Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Июль 2019, 02:00

Бил бирмәҫ батыр

Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Марат Зариповтың әле бер, әле икенсе ҡаланан еңеүҙәр менән ҡайтыуы ишетелеп тора. Тренер булараҡ, уҡыусылары ла унан ҡалышмай, уңыштары менән һөйөндөрәләр. Бындай һәләтле йәштәр ҡалабыҙҙың данын республикала ғына түгел, илебеҙ кимәлендә күтәрә. Марат оҫта көрәшсе генә түгел, матур ғаилә башлығы ла. Кәләше Динара менән Зарина исемле ҡыҙ һәм Булат исемле ул үҫтерәләр. Бил бирмәҫ батыр ҡайһы ерҙең һыуын эсеп үҫкән икән, әйҙәгеҙ булмаһа уның үҙен тыңлайыҡ.

Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Марат Зариповтың әле бер, әле икенсе ҡаланан еңеүҙәр менән ҡайтыуы ишетелеп тора. Тренер булараҡ, уҡыусылары ла унан ҡалышмай, уңыштары менән һөйөндөрәләр. Бындай һәләтле йәштәр ҡалабыҙҙың данын республикала ғына түгел, илебеҙ кимәлендә күтәрә. Марат оҫта көрәшсе генә түгел, матур ғаилә башлығы ла. Кәләше Динара менән Зарина исемле ҡыҙ һәм Булат исемле ул үҫтерәләр. Бил бирмәҫ батыр ҡайһы ерҙең һыуын эсеп үҫкән икән, әйҙәгеҙ булмаһа уның үҙен тыңлайыҡ.

- Миәкә районы егете мин. Беҙҙең Илсеғол ауылы элек-электән көрәшселәр төйәге булған, әллә нисә Рәсәй чемпионын үҫтергән. Бер туған Салауат ағайым да - Рәсәй чемпионы. Уға ҡарап мин дә 2-се класта уҡығанда милли көрәш менән шөғөлләнә башланым. Ауылда бик көслө тренерҙарыбыҙ булды, балалар һәм өлкәндәр өсөн ике төркөм ойоштороп, көрәш секцияһын алып барҙылар.
- Тәүге ҙур еңеүеңде хәтерләйһеңме?
- Район ярыштарында беренсе урындар алһам да, ҙурыраҡ кимәлдә башта гел еңелеп килдем. Ә бына 10-сы класта уҡығанда тәүҙә Башҡортостан беренселегендә еңеү яуланым, аҙаҡ Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булдым. Шунан башлап һөҙөмтәләр күренә башланы. Ә бына һабантуйҙа көрәшеп, тәүге һарыҡты 9-сы кластарҙа уҡығанда алдым. Шул яҙ ике район һабантуйынан ике һарыҡ алып ҡайттым. Ағайым менән икәүләшеп ул йылды 7-8-ләп һарыҡ алып ҡайтҡанбыҙҙыр ул.
- Ә ағайың менән ярыштарҙа көрәшкәнең булдымы?
- Стәрлетамаҡта милли көрәш буйынса республика турнирында көрәшергә тура килде. Ағайым еңде. Мин дә бирешмәнем. Ул ярышта ағайым - 2-се, мин 3-сө урын яуланым.
- Ә нимәһе менән ылыҡтыра һине көрәш?
- Ҡандан киләлер, борон-борондан халҡыбыҙ бил бирмәҫ батырҙары менән дан тотҡан бит. Ысын ир-егеттәр шөғөлө ул. Көрәш менән шөғөлләнеүселәр физик яҡтан көслө була, спорт үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләй, рухи яҡтан да нығыта. 22 йыл көрәштән айырылғаным юҡ. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға ингәс тә көрәште дауам иттем. Бында ла бик көслө тренер Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллинға эләктем. Командабыҙ көслө булды: республика юғары уҡыу йорттары араһында 1-се урын ала торғайныҡ.
- Ишембайға килеү тарихың нисек?
- Нурулла Кәлимулла улы Ишембай нефть колледжында эшләп йөрөй ине. Хаҡлы ялға киткәндә үҙенең урынына саҡырҙы. Хәҙер инде Ишембайға килеүемә биш йыл булып китте. Нефть колледжында секция алып барам, бер үк ваҡытта 1-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә милли көрәш буйынса тренермын. Колледждан ғына түгел, ҡаланан килеп шөғөлләнеүсе егеттәр ҙә байтаҡ. Ишембай тыныс булыуы менән оҡшай. Йәштәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Футбол уйнайым тиһәң, бына тигән стадион, йөҙөргә яратыусылар өсөн бер түгел ике бассейн эшләй. Буш ваҡытты файҙалы үткәреүгә бөтә мөмкинселектәр тыуҙырылған.
- Өйрәтеүе еңелме, әллә көрәшеүме? Уҡыусыларың ниндәй һөҙөмтәләр күрһәтә?
- Балаларҙың ярышта көрәшкәнен ҡарау, әлбиттә, ауырыраҡ. Улар өсөн янып-көйөү көстө ныҡ ала. Шулай ҙа эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, уҡыусыларымдың еңеү артынан еңеү яулауы күңелде күтәрә. Мәҫәлән, Ишембай нефть колледжынан Азамат Собханғолов Рәсәй чемпионы булды, Айнур Кинйәбаев ил кимәлендәге ярышта 2, 3-сө урындар алыуға өлгәште. Әле яңы ғына Айнур Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының кубогында 2-се урын алып ҡайтты, Әбйәлилдәге Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйындағы турнирҙа ла 1-се урын яуланы. Ишембай нефть колледжы командаһы ла Башҡортостан колледждары араһында ике йыл рәттән милли көрәш буйынса 1-се урын алып килә. Яуланған уңыштар тағы дәртләнеп эшләргә көс бирә. Әлбиттә, был даими хеҙмәт, күнекмәләр һөҙөмтәһе. Колледжда дәрестәр тамамланыу менән егеттәр спортзалға йыйыла, һуң ғына арып-талып ҡайталар. Шулай булғас, урам буйлап йөрөргә ваҡыттары ҡалмай.
- Ә һин үҙеңдең улыңдың көрәшсе булыуын теләр инеңме?
- Улым алты айлыҡ ҡына. Шулай ҙа үҫкәс, көрәш секцияһына йөрөр, тип уйлайым. Минең юлымды дауам итһә, ғорурланыр инем.
- Буш ваҡытта үҙең нисек ял итергә яратаһың?
- Йыл дауамында ярыштарҙан, эштән бик бушап булмай. Шулай ҙа йәйге ял мәлендә бер аҙ тын алып ҡалам. Тыуған яғыма ҡайтып көс алам.
- Ишембай йәштәренә ниндәй теләктәр әйтерһең?
- Йәш сағым – алтын сағым, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Йәшлектәренең ҡәҙерен белһендәр, ваҡыттарын бушҡа уҙғармаһындар, файҙалы итеп үткәрһендәр, спорт менән дуҫ булһындар.
- Артабан да уңыштарың менән ишембайҙарҙы һөйөндөрөргә яҙһын.

Фото: автор.
Читайте нас: