Этҡол ауылында бөгөн "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!" тип аталған велосипед флешмобы уҙҙы.
Велосипед ул донъяла иң популяр һәм арзан, иң экологик зарарһыҙ йөрөү транспорты. Ә ауыл ерендә велосипед иң ҡулай транспорт төрө, тип уйлайым. Кемдер тиҙ генә магазинға барып килә, кемдер һә тигәнсе эшенә лә барып етә. Сәләмәтлеген ҡайғыртыусы кешеләргә иң ҡулай спорт төрө лә.
Велосипедта йөрөүҙе пропагандалау, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү маҡсатынан ойошторолған был флешмобҡа ололар ҙа, балалар ҙа бик әүҙем килде. Иң өлкәне Ихсанов Суният ағайға 73 йәш булһа, иң кесеһе Камила Шәрәфетдиноваға 2 йәш.
Велосипедсылар күп ваҡыт оло юлда йөрөйҙәр. Хәүефһеҙлек сараларын өйрәтер өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса уҡытыусы Фәрит Абдулла улы Әбүбәкиров килде. Ул велосипедсыларға юлда нисек йөрөргә, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеге хаҡында һөйләп китте. Артабан велосипедсылар ауыл урамдары буйлап берҙәм хәрәкәт итеп, байрам кәйефе тыуҙырҙылар.