Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2019, 02:00

АҠ БИЛӘҮҘӘН ҠАРА БИЛБАУҒА ТИКЛЕМ

Бер нисә быуын каратэктар үҫтергән билдәле Ишембай тренеры Марат ӘЙҮПОВ РФ Дәүләт Думаһы физкультура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Бер нисә быуын каратэктар үҫтергән билдәле Ишембай тренеры Марат ӘЙҮПОВ РФ Дәүләт Думаһы физкультура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.


Был награда уның ошо йылдарҙа балалар, үҫмерҙәр, йәштәр спортын үҫтереү һәм пропагандалауға һалған хеҙмәтенә оло баһа ул.


Районда Марат Әйүпов исеме спорт һөйөүселәргә күптән таныш. 2003 йылда ул республикала тәүгеләрҙән булып Ишембайҙа Ден То Фудокан каратэ-до федерацияһына нигеҙ һала. Йөҙәрләгән егет-ҡыҙҙарҙы кескәй йәштән спортсы итеп кенә түгел, көслө рухлы шәхес итеп тә тәрбиәләй. Тренер һәр тәрбиәләнеүсеһенең уңыштары өсөн һөйөнә, көйөнөстәренә көйөнә. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡандан һуң да уларҙың яҙмыштары, уңыштары менән ҡыҙыҡһына. Бигерәк тә Марат Фәррәх улы СанктПетербургта тренер булып эшләүсе уҡыусыһы Игорь Ляпаевты йылылыҡ менән иҫкә ала. 7 йәшлек Игорь бер йыл каратэ менән шөғөлләнгәндән һуң Рәсәй беренселегендә еңеп сыға, ә һуңғараҡ 8 тапҡыр Европа һәм донъя чемпионы титулын яулай. Игорь үҙ остазының юлын һайлай. Марат Әйүпов үҫтергән көслө спортсылар Алексей Стручалин, Тимерхан Туҡтаров һәм бик күп ишембайҙарҙың исемдәре республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә таныш. 39 ҡара билбау эйәһен тәрбиәләп сығарған замандашыбыҙ әле лә баш көллө тренерлыҡ эшендә. Ишембай менән Салауат араһын бер итә. Уның ҡанаты аҫтындағы йәштәр республика, Рәсәй, Халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай.


Күренекле башҡорт яҙыусыһы Шәриф Биҡҡол нәҫеленән булыуын да эске бер ғорурлыҡ менән һөйләй, халҡына файҙалы булып йәшәүенән бәхет кисерә тренер Әйүпов.


- Нимә генә тиһәң дә, көслө һәм сәләмәт кешеләрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр. Ошондай шәхестәр тәрбиәләргә тырышам да инде. Ә атай-әсәйҙәргә теләгем шул: балаңды спортсы итергә теләйһең икән, унан алда үҙең ныҡышмал бул, уның рухын нығыт, дәртләндер, талап ит, алдына ҙур маҡсаттар ҡуй, - ти үҙ өлгөһөндә йәштәрҙе алға әйҙәгән яҡташыбыҙ.





Фото: Марат Әйүповтың шәхси архивынан.
Читайте нас: