Иң тәүҙә "Нимә ул һаулыҡ" темаһына һөйләшеү үткәрелде. Шулай уҡ шифалы үләндәр, витаминдар доньяһы, спиртлы эсемлектәр менән тәмәкенең организмға зыяны тураһында иҫкә төшөрҙөк. Сараның икенсе өлөшөн асыҡ һауала төрлө спорт уйындары менән дауам иттек. Бында инде балаларға бигерәк тә дартс һәм ҡул көрәше уйындары оҡшаны.