Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2019, 04:00

Гүзәл заттар ярышты

Күптән түгел Маҡар мәҙәниәт йорто спортзалында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында төрлө спорт ярыштары буйынса спартакиада үтте.

Күптән түгел Маҡар мәҙәниәт йорто спортзалында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында төрлө спорт ярыштары буйынса спартакиада үтте.


Маҡар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар командаһы “Дуҫлыҡ”, йәштәр - “Ну, погоди!”, мәктәптән “Дружба” һәм Иҫәкәй, Ибрай ауылдарын берләштергән “Рәүҙәк” командалары үҙ-ара эстафета ярыштарында, кәрзингә туп төшөрөүҙә, дартс бәреүҙә, арҡан тартышта һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашты. Ә шулай ҙа ярыштың иң ҡыҙыуы волейбол булғандыр, моғайын. Һәр ярыш бик сәмле һәм көсөргәнешле үтте. Төрлө ярыштарҙа командаларҙың көсө төрлөсә булды, берәүҙәр - дартста, икенселәр - эстафетала, өсөнсөләр - кәрзингә туп бәреүҙә, ә дүртенселәр иһә волейболда алдынғылыҡ бирмәне.


Ярыштарҙы Вәлиев Ғәфүр һәм егеттәр Ишембаев Мансур, Үмәрбаев Илмир баһалап барҙы.


Әйтергә кәрәк, ярыш булаһы көндө буранлап та торҙо. “Буранлап тора бит, килә алырһығыҙмы икән?” - тигән һорауға, “Таш яуһа ла киләбеҙ!” - тип яуапланы Иҫәкәй командаһы. Тик мәктәптән уҡытыусылар командаһы тулы булмау сәбәпле, уҡыусылар оло апайҙар менән бергә ярыш стартына баҫтылар.


Үткәрелгән был сараның бағымсыһы Фатеев Илдар Хәйрулла улына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.





Читайте нас: