Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Декабрь 2018, 04:00

Стадион, бассейндар һеҙҙе көтә!

Яңы йыл, Раштыуа байрамдары бүләк иткән оҙайлы ялдар башланырға тора. Уҡыусы балалар ҙа каникулға туҡтап, ата-әсәйҙәре менән бергә ял итә аласаҡ. Ошо көндәрҙе һәр яҡтан файҙалы, йөкмәткеле итеп үткәрге килә һәм ҡалабыҙҙағы спорт объекттары бының өсөн шәп мөмкинлек бирә.

Яңы йыл, Раштыуа байрамдары бүләк иткән оҙайлы ялдар башланырға тора. Уҡыусы балалар ҙа каникулға туҡтап, ата-әсәйҙәре менән бергә ял итә аласаҡ. Ошо көндәрҙе һәр яҡтан файҙалы, йөкмәткеле итеп үткәрге килә һәм ҡалабыҙҙағы спорт объекттары бының өсөн шәп мөмкинлек бирә.


Саңғы базаһы, мәҫәлән, 1 ғинуарҙа уҡ ишектәрен аса – был көн ул төшкө сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Теләгән һәр кем бында прокатҡа саңғы, тюбингтар ала аласаҡ.


Артабанғы көндәрҙә эш сәғәте - 11.00-дан 19.00-ға тиклем. Шөкөр, ҡалала бер түгел ике бассейн да бар. 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булып торған Спорт һарайында 2 һәм 3 ғинуарҙа әүҙем ялды өҫтөн күргәндәрҙе ғаилә менән көтәләр. Ошо көндәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем ата-әсәләре менән сауна менән бассейнға килеүсе балаларға 50 процент ташлама буласаҡ. 4-8 ғинуарҙа иһә Спорт һарайы бассейны 15.00-дан 21.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк, ә 9 ғинуарҙан - ғәҙәттәге эш режимында. Каникул осоронда халыҡ бында күп килер тип өмөтләнә Спорт һарайы хеҙмәткәрҙәре, быға әҙерлек тә кәрәк - 31 декабрь һәм 1 ғинуар санитар көндәр тип иғлан ителгән.


“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу үҙәге лә 2 ғинуарҙан эшләй башлай, 8 ғинуарға тиклем уның эш графигы 10.00-дән 21.00 сәғәткә тиклем буласаҡ. Бындағы бассейнды үҙ итеүселәр ҙә арабыҙҙа байтаҡ.


Коньки һөйөүселәр ҙә тик ятмаҫ. “Нефтсе” стадионындағы катокка 1 ғинуарҙа уҡ килеп шыуырға була, прокат та эшләй. 1-13 ғинуар осоронда был спорт объекты ялдарһыҙ, 12.00-дан 22.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Уҙған йыл ҡышҡы каникулдарҙа шундай матур өлгө лә күрергә булды – райондан бер нисә мәктәп, стадион етәкселеге менән килешеп, ваҡытын билдәләп, коньки шыуырға уҡыусыларҙы мәктәп автобусында килтереүҙе ойошторҙо.


Сәләмәтлек, кәйеф үҙебеҙҙең ҡулда, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ялдарҙы балалар күңелен күреп, матур, файҙалы үткәрергә, эшкә, уҡыуға дәртләнеп тотонорға булһын!







Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.


Читайте нас: