Саңғы базаһы иртә менән ҙур спорт байрамын хәтерләтте. Бәләкәс кенә саңғыларын тотоп кескәйҙәр ҙә килгән, ярышта ҡатнашырға дәрт иткән ололар ҙа аҙ түгел ине. Ишембай районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Альберт Сәғәҙиев, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, быйыл саңғы миҙгеле асылыуға ярайһы ғына ҡар яуыуын да ыңғай күренеш итеп билдәләне, барыһына ярыштарҙа уңыштар теләне, спорт сараларында әүҙем ҡатнашырға өндәне. Спорт ветераны 84 йәшлек Рәшит ағай Исмәғилов тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ итеп саҡырылғайны.