Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2018, 04:00

“ Бәхетем көрәштә булды”, - ти бил бирмәҫ Йәнырыҫ батыры 79 йәшлек Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН

Борон-борондан халҡыбыҙ көрәшселәре менән данлы булған. Беләк көсөн генә түгел, рух ныҡлығын да үҫтергән был спорт төрө ир-егеттәрҙең иң таҫылдарын үҙ иткән. Ә ниндәй егеттең батыр булғыһы килмәһен һуң?

Борон-борондан халҡыбыҙ көрәшселәре менән данлы булған. Беләк көсөн генә түгел, рух ныҡлығын да үҫтергән был спорт төрө ир-егеттәрҙең иң таҫылдарын үҙ иткән. Ә ниндәй егеттең батыр булғыһы килмәһен һуң?


- Элек Әрметрәхим ауылында район кимәлендә һабантуйҙар гөрләп үтә ине. Әнүәр ағай, Зәкәриә ағай кеүек тирә-яҡтағы данлыҡлы көрәшселәрҙе ҡарарға һабантуйға йәйәүләп сығып китә инек, - тип балалыҡ йылдарын хәтерләүҙән башланып китте Нурулла Кәлимулла улы менән һөйләшеүебеҙ.

Ана шул бала саҡтағы ябай ҡыҙыҡһыныу, көрәшселәрҙе ситтән күҙәтеү, йылдар үткәс, уны ҙур спортҡа килтерә лә инде. Ул ваҡытта көрәш алымдарына өйрәтеүсе уҡытыусыһы ла булмай. Бары тик тәржибәле көрәшселәрҙе ҡарап йөрөп, күңеленә яҡын был шөғөлдөң серҙәрен асырға тырыша ауыл малайы. Ә 8-се класта уҡыған сағында үҙе лә көрәш майҙанына сығырға батырсылыҡ итә. Бер нисә егетте еңеп, араларында хатта армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡаны ла була, үҫмер таҫтамал менән бүләкләнә.


Мәктәптән һуң Салауатҡа 1-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инеү уға көрәш менән ныҡлап шөғөлләнеүгә юл аса. Уҡыу йортоноң физкультура уҡытыусыһы йәш егеттең һәләтен тиҙ күрә һәм спорт залына алып килә. Оҙаҡ та үтмәй Нурулла Хисмәтуллин егеттәр араһында ирекле көрәш буйынса республика чемпионы исеменә лайыҡ була. Спортҡа ынтылышы армияла ла юғалмай. Сәмәрҡандта хеҙмәт иткән сағында, көрәш буйынса юғары һөҙөмтә күрһәтеп, Ташкентҡа спорт ротаһына күсерелә. Бында ла һынатмай, Үзбәкстан беренселегендә еңеү яулап, “СССР-ҙың спорт мастеры” исеменә лайыҡ була. СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре беренселегендә 3-сө урынға сығыуы ла уның армияла сағындағы еңеүҙәренең береһе. Көрәш Нурулла Хисмәтуллиндың тормошона нығыраҡ үтеп инә, киләсәген ул спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Хәрби бурысын үтәп, Салауатҡа ҡайтҡас та ярыштарҙа ҡатнашып бер-бер артлы бейеклектәр яулай. Салауат Юлаев призына Бөтә Рәсәй турнирында ғына яҡташыбыҙ дүрт тапҡыр еңеүсе була. 36 йәшкә тиклем көрәшеп йөрөһә, аҙаҡ үҙе һымаҡ көрәшселәр тәрбиәләүгә керешә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла байтаҡ ғүмерен йәш быуын араһында көрәшселәр үҫтереүгә арнай.

- Үҙеңә көрәшкәнгә ҡарағанда тренерҙың эше ҡатмарлыраҡ тип әйтер инем. Бында һәр уҡыусыңдың күңеленә юл табырға, еңеүгә этәрә белергә кәрәк, - ти ул.

Алдына маҡсат ҡуйып уға өлгәшә белгән тәжрибәле көрәшсе тренерлыҡ эшен дә юғары кимәлдә ойоштора. Уның уҡыусылары араһында республика, Бөтә Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары аҙ түгел. Бөгөн ул шул егеттәрҙең уңыштарын күреп ҡанатланып йәшәй.

- Минең бәхетем көрәштә булды. Ваҡытында юлды дөрөҫ һайлағанмын. Үҙем тәрбиәләгән көрәшсе егеттәрҙең уңыштарын ишетһәм, шул тиклем ныҡ һөйөнәм. Тренер булып эшләп йөрөгән уҡыусыларым, шылтыратып, минең менән кәңәшләшәләр. Уларға ихлас ярҙам итәм. Кәрәк икән, улар менән Өфөгә, башҡа ҡалаларға ярыштарға ла сығып китәм. Һаман да көрәш донъяһынан ситләшмәйем әле, – ти Нурулла Кәлимулла улы.


Бик күп ярыштарға уны хөрмәтле ҡунаҡ итеп тә саҡыралар. Күптән түгел Өфөлә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турнирында Нурулла ағайға телевизор бүләк итәләр.


Әйтергә кәрәк, тыуған Ишембайында ла йәштәрҙе ошо спорт төрөнә ылыҡтырыу, бының өсөн шарттар тыуҙырыу өсөн янып-көйөүселәрҙең береһе ул. Заманында район хакимиәте ярҙамы менән ҡала һәм ауылдарҙа милли көрәш буйынса секциялар асылыуы, “Торатау” гәзите призына турнирҙар ойошторолоуы ла ошо спорт төрөн үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар. Турнирҙарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай көрәш ветераны, һәр ваҡыт уларҙың уртаһында йөрөй.

Бөгөн Ишембай нефть колледжында матур итеп милли көрәш секцияһының эшләп килеүенә, унда булдырылған шарттарға ла һөйөнә олпат тренер. Нисек шатланмаһын, секцияны үҙенең элекке уҡыусыһы Марат Зарипов етәкләй бит! Уның юлын дауам итеүсе һәләтле йәштәр булыуынан да бик ҡәнәғәт ул. Үҫмерҙәрҙе спорт секцияларына йүнәлтеү йәш быуынды яңылыш аҙымдан ҡурсалауын да аңлай ветеран көрәшсе.


- Йәштәр спорт яратһындар, сәләмәт булһындар. Сөнки спорт менән шөғөлләнгән кеше насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тора, спорт кешене тәртипкә өйрәтә, - тине Нурулла Хисмәтуллин.

Йәш быуын абруйлы көрәшсенең был һүҙҙәрен тормош девизы итеп алһа, һис отолмаҫ тибеҙ, әле лә көр күңелле, еңел баҫып йөрөүсе Нурулла ағайға ҡарап.





Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.


Читайте нас: