Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2018, 02:00

Бил бирмәҫ егеттәребеҙ бар

Кушнаренко районы үҙәгендә СССР-ҙың спорт мастеры Илдус Нәсибуллин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте. Унда районыбыҙ данын Ишембай нефть колледжы егеттәре командаһы яҡланы.

Кушнаренко районы үҙәгендә СССР-ҙың спорт мастеры Илдус Нәсибуллин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.

Унда районыбыҙ данын Ишембай нефть колледжы егеттәре командаһы яҡланы. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән 100-ҙән ашыу спортсы араһында ишембайҙар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта Алмаз Кирәев, 65 килограмға тиклемгеләр араһында Алмаз Аканаев 1-се урын алды, 55 килограмғаса - Василий Леонтьев – 2-се, 70 килограмға тиклемгеләр араһында Рәсүл Хоҙайғолов 3-сө урын яуланы.


- Был ярышҡа беренсе, икенсе йыл көрәш секцияһына йөрөүсе егеттәрҙе алып барҙыҡ. Әле улар тәжрибә туплай. Яуланған уңыштарға шатланып ҡайттыҡ, егеттәр өмөтлө. Ғөмүмән, йәштәр араһында милли көрәш менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Былтыр секцияға яңы килеүселәр һаны 12 кеше булһа, быйыл 27 булып китте, - ти колледждың милли көрәш секцияһы етәксеһе, үҙе лә ошо спорт төрө буйынса Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр яулаусы Марат Зарипов.


Элек-электән халҡыбыҙҙың данлыҡлы көрәшселәре булған. Бөгөн дә был спорт төрөнөң бәҫе төшмәй. Юҡҡа ғынамы ни, һабантуйҙарҙа ла иң күп халыҡты йыйған майҙандарҙың береһе – ул көрәшселәр бәйгеһе. Йәштәребеҙ араһында көрәшкә ылығыусылар артыуына ла шатланырға кәрәк.



Фото: Марат Зарипов архивынан.


Читайте нас: