Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Ноябрь 2018, 02:00

Виләсәпитселәр бүләк алды

Ошо көндәрҙә Ишембай велоуҙышсылары - 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе секцияһы тәрбиәләнеүселәре ҙур шатлыҡ кисерҙе. Район хакимиәте ярҙамы менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә майҙан бүленеүе бер ҡыуаныс булһа, республиканың Велоспорт федерацияһы бүлгән 700 мең һумға спорт инвентарҙары алып та һөйөнгәндәр.

Ошо көндәрҙә Ишембай велоуҙышсылары - 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе секцияһы тәрбиәләнеүселәре ҙур шатлыҡ кисерҙе. Район хакимиәте ярҙамы менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә майҙан бүленеүе бер ҡыуаныс булһа, республиканың Велоспорт федерацияһы бүлгән 700 мең һумға спорт инвентарҙары алып та һөйөнгәндәр.
Башҡортостан велоуҙышсылары йыйылма командаһында Ишембай спортсылары ла булыуын белә инегеҙме? Эйе, ғорурланырға урын бар, велоспорт секцияһында республика, ил кимәлендә сағыу күрһәтеүгә өлгәшкән йәштәребеҙ үҫә.
- Әлеге көндә секцияла төрлө мәктәптәрҙән 80-гә яҡын бала шөғөлләнә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа тағы бер ҙур бүлмә бүленеүе мөмкинлектәрҙе күпкә арттыра, - ти тренер Руслан Мөхәмәҙиев. – Республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа һөҙөмтәләр бар. Быйыл ғына 16 йәше тулған Анджела Кинйәбулатова, мәҫәлән, спорт мастерлығына кандидат исемен раҫланы. Быйыл ул Башҡортостан йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Рәсәй беренселегенә ярыштарҙа еңеүселәр рәтендә булды. Шулай уҡ КМС исеменә норматив үтәгән Роман Осипов, уңышлы сығыш яһап килгән Нурислам Рәхимов, Данил Аҙнағолов, Артур Үмәрғәлин артынан кесерәктәр үҫеп килә.
Руслан Ришат улының тәрбиәләнеүселәре хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре яна, шул уҡ ваҡытта ул был ҡаҙаныштың дөйөм тренерҙар составы тырышлығы булыуын әйтмәй ҡалманы. Галина Коровина, Юлия Елепина һәм, әлбиттә, ҡатыны, әлеге көндә иңгәиң терәшеп йәш спортсылар үҫтерешкән Надежда Акшенцева-Мөхәмәҙиеваның хеҙмәте хаҡында тәү сиратта һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштар һөйләй.
Башҡортостандың Велоспорт федерацияһы беҙҙең тренерҙарға һәм спортсыларға ҙур өмөт бағлай. Был спорт төрө көслө үҫешкән Саҡмағош, Белорет райондары һәм Октябрьский ҡалаһы рәтендә Ишембай ҙа килә икән, тимәк, тиҫтә йылдар дауамында көслө тренерлыҡ мәктәбе булдырылған. Кисә генә үҙҙәре республика, ил кимәлендәге уҙыштарҙа ҡатнашҡан Руслан менән Надежда ла - бөгөн юғары категориялы тренерҙар, тыуған ҡалаларында төпләнгән. Ошо күренеш тә күп нәмә тураһында һөйләй.
Сезонды яптыҡ тип тынысланмайҙар бында. Яңы велосипедтар, станоктар ҙа күптән эшкә ҡушылған. Ҡышын тырышҡан - йәйен уҙҙырмаҫ, тигән велоспортсылар әйтеме көн дә күнекмәләр менән нығытыла. Ҡарап тороуы күңелле был дәртле, сәмле, булдыҡлы командаға.
Фото: автор.
Читайте нас: