Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2018, 02:00

ЙҮГЕРЕКТӘР БЕҘҘӘ ИКӘН УЛ!

Уҙған шәмбе саңғы базаһында “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә “Алтын көҙ” еңел атлетика ярыштары уҙҙы.

Уҙған шәмбе саңғы базаһында “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә “Алтын көҙ” еңел атлетика ярыштары уҙҙы.


Спорт байрамында ауыл Советтары, уҡыу йорттары, предприятиелар, ойошмалар - барлығы 732 кеше ҡатнашты. Быйыл “Милләттәр кросы”на “Витязь”, “Инман” акционерҙар йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Күмәк стартта барлыҡ мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә: ауыл Советтары араһында 1-се урынға Петровск ауыл Советы лайыҡ булды, ике 2-се урынды Көҙән һәм Һайран ауыл биләмәләре алды. Уҡыу йорттары араһында тәүге өс баҫҡысҡа Ишембай нефть колледжы, Ишембай һөнәрселек колледжы һәм ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы күтәрелде. Предприятиелар араһында 4-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы – 1-се, “Электр селтәрҙәре” предприятиеһы – 2-се, Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы 3-сө булды. Ойошмалар һәм учреждениелар араһында 1-се урынды мәғариф бүлеге яуланы, 2-се һәм 3-сө урындарҙы мәҙәниәт бүлеге һәм йәштәр советы бүлеште.




Читайте нас: