Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Сентябрь 2018, 02:00

Мәргәндәр беҙҙә лә бар!

Тирмән-Йылға ауылы эргәһендә уҡтан атыу буйынса республика турниры үтте.

Тирмән-Йылға ауылы эргәһендә уҡтан атыу буйынса республика турниры үтте.


1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы батыр башҡорт яугиры, есаул Ихсан Әбүбәкиров иҫтәлегенә ойошторолған ярышта Өфө, Ишембай, Учалы, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури ҡала-райондарынан 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Уҡсыларҙан тиҙлек тә, мәргәнлек тә талап ителде, арба аҫтынан атыуҙы ла конкурста ҡатнашыусылар лайыҡлы үтте.


Үҙенсәлекле бындай ярыш беҙҙең районда беренсегә уҙғарыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлеге сараның еңеүселәр һәм призерҙар исемлегендә яҡташтарыбыҙ аҙ түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренселекте Ишембайҙан Зөһрә Кинйәбаева, 2-се урынды Мира Кәримова, 3-сө урынды Учалынан Лилиә Низаметдинова яуланы. Ир-егеттәр араһында 1-се урын - Учалынан Рәйес Низаметдиновта, 2-се урын Өфөнән Рушан Хәсәновта, 3-сө урын Ишембайҙан Илдар Абыҙгилдинда.


12-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында иң-иңдәр айырым билдәләнде. Малайҙарҙан 1-се урынға Бөрйәндән Ильяс Аҫылбаев, 2-се урынға Өфөнән Булат Әминев, 3-сө урынға Ишембайҙан Рәил Абдуллин лайыҡ булды. Ошо уҡ йәш төркөмөндәге ҡыҙҙар араһында еңеүселәр - Ишембайҙан Карина Кәримова, Өфөнән Устинья Камнева, Диана Арыҫланова.


Ә бына 10-12 йәшлек ҡыҙҙар араһында тәүге урындарҙы яулаусылар барыһы ла Ишембайҙан – Гүзәлиә Абдуллина, Карина Дәүләтова, Юлиә Кәримова. Малайҙар араһында иң мәргәндәр - Өфөнән Данияр Дәүләтгәрәев, Данияр Заһретдинов, Бөрйәндән Ирхан Үтәбәев.

Республикабыҙҙа эшләп килгән “Мәргән уҡсы” ойошмаһының филиалы хәҙер Ишембайҙа ла бар. Уның етәксеһе - әлеге ярышта 2-се урын яулаусы Мира Кәримова. Йәш кенә булһа ла, уның уңыштары тос, башҡа райондарҙа үткәрелгән уҡ атыу ярыштарында призлы урындар алып өлгөргән. Сығышы менән Хәйбулла яҡтарынан булған Мира Рәмил ҡыҙына ҡараһаң, унда боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡ та, үҙ-үҙенә ышаныс та, шул уҡ ваҡытта мөләйемлек тә күҙгә ташлана.






Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 75-се һанында (18.09.2018) уҡығыҙ.





Зиннур БОҪҠОНОВ фотолары.


Читайте нас: