Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Сентябрь 2018, 02:00

Кинйәбулаттар хоккей уйнаясаҡ!

Ауылда “Ҡала мөхите” һәм “Балалар спорты” программалары буйынса универсаль спорт майҙансығы һәм капиталь ремонттан һуң мәктәп спорт залы асылды.

Ауылда “Ҡала мөхите” һәм “Балалар спорты” программалары буйынса универсаль спорт майҙансығы һәм капиталь ремонттан һуң мәктәп спорт залы асылды. Хәҙер ауылдарҙағы шарттар ҙа ҡаланыҡынан һис ҡалышмай. Ҙур итеп эшләнгән хоккей кордында рәхәтләнеп ҡышын конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға, йәйен иһә баскетбол, волейбол ярыштары үткәрергә мөмкинлек буласаҡ. Бик тиҙҙән Кинйәбулат төрлө ауыл командалары араһындағы ҡыҙыу ярыштар үҙәгенә әйләнер әле. Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да килгәйне. Ул кинйәбулаттарҙы яңы стадион менән ҡотлап, артабан да спорт менән әүҙем шөғөлләнеүҙәрен теләне.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһында балаларҙың күплегенә, ата-әсәләрҙең дә килеүенә ҡарап был ваҡиғаның көтөп алынған булыуын аңланыҡ. Ике бала әсәһе Гүзәл Насретдинова ла шатлығы менән ихлас бүлеште:

- Ауылда ошондай спорт майҙансығы асылыуы,әлбиттә, һөйөнөслө. Элек балаларҙы конькиҙа шыуырға ҡалаға катокка йөрөтә торғайныҡ. Унда бик йыш барып булмай. Хәҙер хоккей корды үҙебеҙҙә лә асылды, балаларға коньки һатып алһаҡ та була, рәхәтләнеп саф һауала уйнарҙар, - тип һөйләне ул.

9-сы класс уҡыусыһы Анастасия Мышкина ла спорт майҙансығының бик оҡшауын белдерҙе:

- Ауылда ошондай ҙур спорт майҙансығы эшләүҙәре беҙҙең өсөн көтөлмәгән булды, тәүҙә хатта аптыраныҡ. Беҙгә ул бик оҡшай. Хәҙер буш ваҡыттарыбыҙ бында үтәсәк. Үҙем волейбол, баскетбол уйнарға яратам. Бина эсендәге ярыштарға ҡарағанда, саф һауала уйнауы күпкә һәйбәтерәк, -тине ҡыҙ.

Спорт майҙансығы төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән. Бәләкәстәр бәүелгестә бәүелеп, икенселәре турникта күтәрелеп, өсөнсөләре лабиринттар буйлап үрмәләп уйнаны.

Әйткәндәй, Байғужа ауыл Советында спортҡа иғтибар электән ҙур. Уларҙың төрлө ярыштарҙа тәүге урындар яулауы ла ошо хаҡта һөйләй. Байғужа ауыл хакимиәте башлығы Илдус Әмирханов ауылдаштарын был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, бер төркөм спорт ветерандарына рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Кинйәбулат халҡы өсөн был көн капиталь ремонттан һуң мәктәптең спорт залы асылыуы менән дә иҫтәлекле булды. Төҙөкләгәндән һуң ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, күркәмләнгән. Бындай спорт залында шөғөлләнеүе үҙе бер кинәнес. Ҡунаҡтар килгән көндө балалар командаларға бүленеп ярышты, рәхәтләнеп “Аҡ тирәк, күк тирәк”те уйнаны. Туп ырғытыуҙа, етеҙлектә бәләкәстәр оҫталыҡтарын күрһәтте.

- Беҙҙең өсөн бөгөн ҙур байрам. Уны барыбыҙ ҙа көтөп алдыҡ. Спорт беҙҙә үҫешә, хәҙер тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларбыҙ тип ышанам, - тине Кинйәбулат урта мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин.

Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти халыҡ. Ҡаланыҡылар көнләшерлек ошондай спорт майҙансығынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәҫ әле.



Фото: автор.



Читайте нас: