Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2018, 02:00

Ишембайҙар тәүге урында

Өфө ҡалаһында велоспорт буйынса “Өфө ҡулсаһы” республика беренселеге үтте.

Өфө ҡалаһында велоспорт буйынса “Өфө ҡулсаһы” республика беренселеге үтте.


Унда ишембайҙар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 2003-2004 йылғы үҫмерҙәр араһында критериум уҙышында икенсе этапта Роман Осипов беренсе урын яуланы. Өсөнсө һәм дүртенсе этапта ла ул беренсе булды. Өсөнсө урында - Нурислам Рәхимов. 21-24 августа Саҡмағошта “Велоспорт аҙнаһы” уҙышында ла ишембайҙар һынатманы. Дүрт километрға уҙышта беренсе этапта Нурислам Рәхимов – беренсе, Роман Осипов икенсе урын алды. Икенсе һәм өсөнсө этаптарҙа 50 километрға уҙышта Роман Осипов – беренсе, Анжела Кинйәбулатова – икенсе, Артур Үмәрғәлин өсөнсө килде. Ярыштарҙа республиканың 13 ҡалаһынан барлығы йөҙ спортсы ҡатнашты.





Читайте нас: