22 команда, ауыл Советы биләмәләренән тыш уҡыу йорттары, предприятие, ойошмалар йәштәре берләшеп килгән. Был үҙе үк район күләмендәге фестивалдең асылын күрһәтә – йәштәр үҙҙәренең ҙур көс икәнен аңлай, йәмғиәт үҫеше өсөн һалыр мөмкинлектәрен бергәләп баһалай.