Байрам программаһын генерал-майор Эмир Ниғәмәтйәнов иҫтәлегенә арналған еңел атлетика уҙышы-гандикап асты. Саңғы базаһында үткән ярышта Ишембай, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез,
Күмертау ҡалаларынан, Ергән ҡасабаһынан спортсылар ҡатнашты. Стартҡа баҫҡан иң йәш йүгереүселәр – Кәримә Абдуллина менән Алина Ғүмәроваға ете йәш тулһа, иң тәжрибәлеһе Рауил Миһрановҡа – 77 йәш. Ойоштороусылар уларҙы махсус приздар менән билдәләп үтте.