Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Август 2018, 02:00

Ишембайҙа боҙ һырғалағы төҙөлә

“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” программаһы сиктәрендә июнь айында беҙҙең ҡалала ябыҡ боҙ катогы төҙөлә башланы.

Ҡалабыҙҙағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм әле төҙөлөп ятҡан янғын-ҡотҡарыу подразделениеларын әҙерләү буйынса уҡыу-күнекмә үҙәге араһында яңы төҙөлөш майҙансығы барлыҡҡа килеүенә күптәр иғтибар иткәндер.


“Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 объект” программаһы сиктәрендә июнь айында беҙҙең ҡалала ябыҡ боҙ катогы төҙөлә башланы. 500 тамашасы урынына иҫәпләнгән был ҙур объекттың смета хаҡы 200 миллион һумдан ашыу. Уны Өфөнән “Капиталстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Бөгөнгө көндә эштең тәүге өлөшө - йырын ҡаҙыу эштәре бара.


Объектты файҙаланыуға тапшырыу киләһе йылдың август айына ҡаралған. Боҙ катогының барлыҡҡа

килеүе ишембайҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Киләсәктә беҙҙең ҡаланан да оҫта хоккейсылар сыҡмаҫ тимә!


Фото: автор.

Читайте нас: