– Күнекмәләр башлар алдынан йәш көрәшселәр, кире уйҙарҙан арынып, таҙарына. Каратэ менән шөғөлләнгән кеше тәнен генә түгел, йәнен дә сыныҡтырырға өйрәнә.Тулы тыныслыҡҡа ирешеп кенә үҙеңде көрәшкә, яҡты маҡсатҡа, еңеүгә көйләй алаһың. Ҡытайҙарҙың тормош девизинда мосолмандарға хас боронғо тәрбиә алымдары ла төҫмөрләнә: кеселәргә һәм өлкәндәргә ихтирамлы булыу, күңелеңде ағыулаған, сәләмәтлегеңде ҡаҡшатҡан алама ғәҙәттәрҙән арыныу, аҡыл тупларға ынтылыу, юғары үрҙәргә күтәрелгәндә итәғәтле, изгелекле булыу. Иң мөһиме – йөрәк көсөңә ышаныу, бөтә яҡлап камиллыҡҡа ирешеү, – тип тә өҫтәне балаларҙың остазы.