Хәрби диңгеҙ флоты көнөнә арнап Үрге Әрметтә “моряктар көнө” үтте. Алып барыусы иң тәүҙә ошо көндөң тарихы менән таныштырҙы. Артабан балалар йәш төркөмдәренә бүленеп, июль айының һуңғы йәкшәмбеһенә тура килгән был байрамға арналған кросста ҡатнашты. Иң етеҙҙәр грамота менән бүләкләнде.