Командала шулай уҡ Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева ла уйнаны. Улар блиц-турнирҙың иң яҡшы биш уйынсыһы исемлегенә инде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тамара Танһыҡҡужина һуңғы турҙа Зоя Голубеваны еңеп, көмөш миҙал яуланы. Айгөл Иҙрисова - дүртенсе, Әлиә Әминева унынсы урында. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһында - өс алтын, бер көмөш миҙал.