Башҡортостан Республикаһының XXVI Ауыл спорт уйындары иҫәбенә көрәш буйынса финал ярыштарға барлығы 28 команда йыйылды.
Ярыштарҙа шәхси зачетта еңеүселәр һәм призерҙар биш ауырлыҡ категорияһында, ә иң көслө йыйылма командалар ике төркөмдә билдәләнде. Иртәнге сәғәт унда башланған көрәш кискә тиклем дауам итте һәм ныҡышмалы барҙы.
Ярыштарҙа Ишембай көрәшселәре уңышлы сығыш яһап иң яҡшылар рәтенә сыҡты. 60 килограмм ауырлыҡ категорияһында Айнур Собханғолов беренсе урын яуланы. 70 килограмм ауырлығындағы көрәшселәр араһында Айнур Кинйәбаев та алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Әмир Вәлиев (60 килограмм) менән Марат Зарипов (90 килограмм) көмөш миҙалға лайыҡ булдылар.
Шәхси программала йыйылған мәрәйҙәрҙе һынағандан һуң команда зачетында хакимиәттәре берләштерелгән муниципаль райондар араһында Ишембай батырҙарының беренсе урын яулауы асыҡланды. Беҙҙең егеттәр Учалы һәм Мәләүез командаларын еңеп, 2018 йылғы Ауыл спорт уйындарының дөйөм иҫәбенә иң кәрәкле мәрәйҙәрҙе йыйҙы.