Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылы уңайынан һәм шулай уҡ Яҙ һәм хеҙмәт байрамына бағышланған "Атай, әсәй һәм мин - спортлы ғаилә" ярышы уҙҙы.
Сарала Урман-Бишҡаҙаҡтан Ишембаевтар һәм Ғәлиевтар ғаиләләре, Яр-Бишҡаҙаҡтан Ҡужәбәковтар әүҙем ҡатнашты.
"Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух" тигәндәй, Ғаилә
йылында атай-әсәйҙәрҙең дә таҫыллығын, физик яҡтан көстәрен һынап ҡарау
маҡсатында ойошторолдо был сара. Үҙ командалары өсөн янып-көйөп ултырған
көйәрмәндәр тауышынан спорт залы умарта күсе кеүек гөж килеп
торҙо. Бергәләп спорт менән шөғөлләнеү ғаилә нигеҙен дә, һаулыҡты ла
нығыта бит. Ярыш тап ошо маҡсатҡа иреште лә инде.