Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Апрель 2018, 02:00

Спорт берләштерә

Маҡар ауылы спортзалында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары командалары араһында спорт ярышы үтте.

7 апрелдә Маҡар ауылы спортзалында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары командалары араһында спорт ярышы үтте. Уның девизы "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", тип юҡҡа ғына аталманы, ярыш Бөтә Донъя сәләмәтлек көнөнә арналды.
Маҡар урта мәктәбе уҡытыусылары, "Ильнара" магазины коллективы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренән торған командалар төрлө эстафеталарҙа үҙ-ара көс һынашты.
Ярышты башлап бөтә командалар ҙа спорт флешмобына баҫты, һуңынан иһә ярыштар дауам итте.
Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә уҡытыусылар командаһы - беренсе, "Ильнара" командаһы - икенсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары - өсөнсө, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре командаһы дүртенсе урында булды. Айырым волейбол ярышында мәҙәниәт йорто командаһы - беренсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары командаһы - икенсе, уҡытыусылар командаһы - өсөнсө, "Ильнара" командаһы дүртенсе ине.
Командалар татлы приздар менән бүләкләнде. Ярыш ҡатнашыусыларға ғына түгел, тамашасыларға ла бик оҡшаны. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа ваҡыт юҡ, тип тормай, ярышта ҡатнашҡандары өсөн барлыҡ командаларҙың да ҡатын-ҡыҙҙарына һәм бағымсылыҡ менән ярҙам иткәне өсөн ауыл хакимиәтенә, ярышты алып барыусы Ғәббәсов Артурға ҙур рәхмәт һүҙебеҙҙе еткерәбеҙ.


Читайте нас: