Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Апрель 2018, 02:00

Таяҡтарҙың сере бар

Һуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик киң тарала бара.

Һуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик киң тарала бара.


Француз табибы Пессо: «Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай», – тигән. Тимәк, һау булғың килһә, хәрәкәтләнергә кәрәк.
Һәр кемдең дә сәләмәт һәм күңелле, оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалырға кәрәк. Ваҡытты компьютер йә иһә телевизор алдында үткәреү урынына саф һауала йөрөргә, мәҫәлән.
Скандинавса йөрөү йәки атлау – физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Ул Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа бөтә донъяла билдәлелек яулай. Скандинавса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, 46 процентҡа күберәк калория сарыф ителә. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә.
Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай.
Әлбиттә, даими йөрөү йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен төшөрә, артыҡ ауырлыҡтан арындыра.
Һаулығың - байлығың, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бының шулай икәнен Тирмән- Йылға ауылы халҡы ла яҡшы

аңлай. Ҡулдарына таяҡтар тотоп сыҡҡан кешеләр араһында йәштәре лә, ҡарттары ла етерлек, бөтә ғаилә менән йөрөгәндәре лә байтаҡ. Был шөғөлдө ауылда тәүгеләрҙән булып Зөлфиә Ғүмәрова башлап ебәргән.
- 2014 йылда аяҡтарым һыҙлай башланы. Йөрәк тә ваҡыты-ваҡыты менән ауырта, сәнсеп ала ине. Интернет селтәре аша һауығыу юлдарын эҙләгәндә, скандинавса йөрөү тураһындағы мәҡәләгә юлыҡтым. Миңә тиклем ауылда Фәнүзә менән Ғаяз Әминевтарҙың таяҡтар менән йөрөгәнен күрә инем. Күп уйлап торманым, таяҡтарҙы үҙем эшләп алдым да, үҙебеҙҙең йорт эргәһендә генә урманға сығып киттем. Яйлап ҡына минең менән күршеләрем дә йөрөй башланы. Гөлгөнә Ҡотлоева, Фәрзәнә Әминева кис һайын 5-6 саҡрым араны һә тигәнсе урап ҡайта. Уларҙы ла скандинавса йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырҙым. Атлағанда арҡаны тура тоторға кәрәк, эйелергә ярамай. Ҡул алда булғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында – яҙырға. Үксәнән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итергә кәрәк. Таяҡтың оҙонлоғо кәүҙә бейеклегенең 2/3 өлөшөн тәшкил итергә тейеш, - тип һөйләне ул.
Был спорт төрө менән төрлө йәштәге кешеләр шөғөлләнә ала. Махсус таяҡтары булмаһа, саңғы таяҡтары менән дә йөрөргә мөмкин. Скандинавса йөрөү кәйефте күтәрә, шатлыҡ гармондары бүлеп сығара. Физик күнекмәләр менән тулыландырылған скандинав йөрөшөн һөҙөмтәле ябығыу сараһы тип тә ҡабул итергә мөмкин. Өс ай дауамында аҙнаһына өс тапҡыр скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә 2,5-3 килограмға ябығырға була. Таяҡтар умыртҡалыҡҡа, быуындарға, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына баҫымды кәметеү мөмкинлеген дә бирә. Шул уҡ ваҡытта туҡланыу һәм йәшәү рәүешен үҙгәртмәйенсә. Тирмән-Йылға ауылында хәҙер көн һайын йөҙгә яҡын кеше йөрөй. Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр араһында 75 йәшен тултырған Нәзирә Хөсәйенова ла бар. “Аяҡтарым ныҡ һыҙлай ине, атлай ҙа алмай инем, яйлап ҡына таяҡтар менән йөрөй башланым. Аллаға шөкөр, аяҡтарымдың һыҙлауы баҫылды, ҡан йөрөшө һәйбәтләнде, кәүҙәм дә еңеләйҙе “, - тип шатлана Нәзирә инәй.
Шуныһы шатлыҡлы, ауылда скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр күбәйгәндән- күбәйә бара. Тирмән- йылғалар спорттың был төрө менән шөғөлләнһен өсөн, тәбиғәт үҙе бар шарттар булдырған - эргәлә генә терәлеп торған урман, бер нисә метр алыҫлыҡта ғына Салауат ҡалаһының саңғы юлы ярылып ята. Буш ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләп, ҡулға скандинав таяҡтары тотоп, саф һауала йөрөп әйләнеүгә ни етә!
Фото: автор.
Читайте нас: