Төрлө һорауҙарға яуап биреү, ваҡытына противогаз кейеү, "Һунғы ынтылыш" һәм башҡа бик күп төрлө ярыштарҙа егеттәр һынатманы. Ә шулай ҙа, иң ҡыҙығы һәм көсөргәнешлеһе арҡан тартыш булғандыр, моғайын. Сөнки командалар үҙ-ара арҡан тартышҡандан һуң тамашасылар араһынан урта быуын ир-егеттәре, сәмләнеп китеп йәштәр менән үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараны.