Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2018, 02:00

Ҡарҙан бигерәк дәрт булһын

Уҙған шәмбе саңғы базаһында “Рәсәй саңғы юлы” уҙышы уҙҙы.

Бындай ҡышты оло быуын ишембайҙар ҙа иҫләмәй: календарҙа миҙгелдең һуңғы айы, ә ҡар һаман юҡ. Декабрь һәм ғинуарҙа әҙләп кенә яуған ҡарҙан да елдәр иҫте, юлдарҙа саң уйнай.


Уҙған шәмбе муниципаль район хеҙмәтсәндәренең Ҡышҡы спартакиадаһы иҫәбенә саңғы ярыштары үтәсәк тигән хәбәремде күптәр шикләнеп ҡабул иткәйне: ниндәй саңғы ти ул, асфальттан йүгерергәме? Ысынын ғына әйткәндә, үҙемдең дә ышаныс самалы ине. Был көндө бөтә ил саңғыға баҫасаҡ, “Рәсәй саңғы юлы”нан ситтә тороп ҡалғы килмәй бит!


Саңғы базаһына килеүселәрҙең шикләнеүе юҡҡа сыҡты, сөнки трассаны үтә яҡшы тип әйтеп булмаһа ла, 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре саңғысылар стартҡа баҫа алһын өсөн ҡулдан килгәндең

барыһын эшләгән. Ярыштар башланыр алдынан ойоштороусылар трассала тайғаҡ урындар булыуы хаҡында ла

иҫкәртеп ҡуйҙы.


Сараның тәүге минуттары уҡ бында сәләмәт тормош рәүешен үҙ итеүселәр йыйылыуын күрһәтте. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының фитнес-инструкторҙары етәкселегендә бик күңелле иртәнге күнекмә ойошторолғайны. Ошондай уҡ флешмоб күптән түгел ҡалабыҙҙың Ленин майҙанында “Интернетһыҙ көн”дә үткәйне.


Быға тиклем ойошторолған сараны иҫләп алыу юҡҡа түгел, ҡалабыҙҙағы спорт мәктәптәре, бер нисә предприятие етәкселәре менән һөйләшкәндә уртаҡ бер фекер яңғыраны – бындай күмәк сәләмәтлек байрамдарына беренсегә үҙеңде көсләп тигәндәй килтерәһең икән, аҙаҡ инде кеше ялды ошо рәүешле үткәреүҙән дә яҡшырағы юҡ икәнен аңлай.


Күнекмәнән һуң биттәр алланып китте, үҙ дистанцияһын үткәс тә ҡайтырға ашыҡманы ишембайҙар. Эшҡыуарҙар ҙа спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе: эҫе сәй, кофе, тәмле бәлеш-күмәстәр әҙер торҙо. Дөйөм алғанда, был көн саңғыға 400-ҙән ашыу кеше баҫты. Күптәр ярышташтарының мөмкинлеген яҡынса самалай ине. Етәкселәр ярышҡан VIP-йүгереүҙә, мәҫәлән, күптәр ир-егеттәр араһында Ишембай берҙәм заказсы идаралығы етәксеһе Илнур Шәрипов еңәсәген әйтте. Тап шулай булды ла. Трассаның ни тиклем ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең шәхси һөҙөмтәһен яҡшыртҡан ишембайҙар ҙа асыҡланды. Ғөмүмән, байрам ыңғай кисерештәргә бай булды. Унда ҡатнашыусы бөтәһе лә эш аҙнаһына етерлек дәрт, көс алды.




Фото: автор.
Читайте нас: