Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2018, 02:00

Ҡышты йоҡлап үткәрмә!

Уҙған йәкшәмбе ишембайҙар ҡала биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, 5-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы, йәштәр эштәре буйынса комитет һәм спорт комитеты белгестәре тарафынан ойошторолған өс спорт сараһында ҡатнаша алды.

Уҙған йәкшәмбе ишембайҙар ҡала биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, 5-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы, йәштәр эштәре буйынса комитет һәм спорт комитеты белгестәре тарафынан ойошторолған өс спорт сараһында ҡатнаша алды.
Стахановсылар урамындағы 29-сы һәм Докучаев урамының 17-се йорто тапҡырындағы ихата был көндө гөр килеп торҙо. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” проектына таянып, былтыр йәй эсендә танымаҫлыҡ заманса төҫ алған ҙур ихата олоһо-кесеһе өсөн ҡышҡы уйындар майҙанына әйләнде.
Йәйен күңелле ихата байрамдарына ғәҙәтләнһәк, ҡышын да күмәк халыҡ ҡатнашлығында бына тигән байрам үткәрергә була икән – “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы башланғысы менән ойошторолған “Урамға

йөрөргә сыҡ!” ҡышҡы уйындар фестивале ошо көндәрҙә республикабыҙҙың байтаҡ район һәм ҡалаларында үтте.
Ишембай ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Никитин ихата сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, хәҙер ошо тирәлә йәшәүселәрҙең ғорурлығына, яратҡан ял урынына әйләнгән ихатаның һәр миҙгелдә халыҡ сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт итеүен теләне.
- Спорт яратҡан, әүҙем тормош алып барғандар һыуыҡҡа ла бирешмәүен күрһәтеп, бөгөн байрамға йыйылды. Элек-электән ихаталар күршеләр менән күрешеү, кәңәшләшеү урыны булып тора. Ошо йоланан хәҙер ҙә ситләшмәйек, балаларыбыҙ күҙ алдында булһын, ошондағы спорт майҙансыҡтарында шөғөлләнһен. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, - тине ул.
Йәштәр эштәре буйынса комитет, үҫмерҙәр клубтары, спорт комитеты белгестәре төрлө уйын, эстафеталар ойошторған арала бындағы яңы хоккей майҙансығын ҡалабыҙҙың йәш хоккейсылары һынап өлгөрҙө. Шайбаның йә теге, йә был яҡ ҡапҡаға көслө бәрелеүе, көйәрмәндәрҙең сәмле тауыштары әллә ҡайҙан ишетелеп торҙо. Корт эргәһендә конькиҙарҙы кейеп алыу өсөн уңайлы эскәмйәләр ҙә урынлаштырылған.
Ул арала төрлө йәштәге балалар мини-футбол ярышын да көтөп алды. Ҡала хакимиәтендә эшләүсе ағайҙар менән бергә туп тибеү малайҙарға бигерәк тә оҡшаны. Конькиҙа эстафета, “Күңелле старттар”, бәләкәстәр араһында туп менән хоккей – быларҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышты байрамға килеүселәр.
- Беҙҙә ҡыш оҙон, шулай ҙа ваҡытыңды компьютер артында ғына үткәрһәң, бер тапҡыр саңғыға сыҡмай, сана шыумай ҡалыуың да бар. Ҡар көнөнә тура килтереп ойошторолған байрам беҙгә бик оҡшаны. Һәр ярышта еңеүселәргә тәмлекәстәр өләштеләр, - тип уртаҡлашты 12 йәшлек Максим Васильев.
Күңелле көйҙәр аҫтында төрлө уйындар, ярыштар ойошторған йәштәр комитеты аниматорҙары, спорт мәктәптәре белгестәре, эҫе сәйен әҙерләп торған 5-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре – күмәк тырышлыҡ менән матур байрам килеп сыҡты. Хәҙер ихаталарҙа ҡышын да бындай фестиваль-уйындар йолаға әйләнеп китһен тип теләйек.
Ошо уҡ ваҡытта “Нефтсе” стадионында боҙҙа эстафета үтте. Унда ҡатнашыу өсөн яҡын тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр саҡырылды. Был көндө үҙ конкиҙарың менән килгәндәргә катокка инеү бушлай ине, өҫтәүенә, ярышты ойоштороусылар эстафета еңеүселәренә татлы приздар ҙа өләште. Сарала еңел атлетика һәм йәш хоккейсылар секцияларына йөрөүселәр ҡатнашты.
Бөтә донъя Ҡар көнө сиктәрендә ойошторолған спорт саралары «Юрматы» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә лә үтте. Футбол яланында күреү һәләте сикләнгән спорт һөйөүселәр йыйылды. Улар «Салют» һәм «Метеор» командаларына бүленеп, үҙ-ара ҡыҙыу ярыш ойошторҙо.

Фото: автор.
Читайте нас: