Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар 2018, 02:00

54 миҙалдың 49-ы - ишембайҙарҙа

Ишембайҙа рус шашкалары буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты үтте.

Ишембайҙа рус шашкалары буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ чемпионаты үтте.


Төп, тиҙ һәм йәшен тиҙлегендәге программаларҙа барлығы 120 спортсы ҡатнашты. Ярыштарҙа уйнатылған 54 миҙалдың 49-ын ишембайҙар яуланы. Төп программала Янис Сафин (Ишембай) һәм Кристина Осипова (Өфө) чемпион булды. Тиҙ программала яҡташтарыбыҙ Агата Парахина менән Янис Сафинға етеүсе булманы. Йәшен тиҙлегендәге программала ла ишембайҙар Гөлнара Сафина менән Ирек Ғәтиәтуллин беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Үҫмерҙәр араһында Артур Байгилдин, Кристина Осипова, Илдус Аллағужин, Агата Парахина, Вадим Арсланбаев чемпион исеменә лайыҡ булды.



Фото: РО Федерации шашек РФ
Читайте нас: