Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2018, 02:00

Маҡар ҡатын-ҡыҙҙары волейболда көс һынашты

Шәмбе Маҡар ауылы спортзалына волейбол яратыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хужа булды. Бөтәһе дүрт команда - Дауахана, Мәктәп, Үҙәк, Баҙар-Йылға һәм ФЗО урамдары командалары тик еңергә, тип килгәйне.

Ир-егеттәрҙән ҡалыша булабыҙмы һуң! Был шәмбе Маҡар ауылы спортзалына волейбол яратыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хужа булды. Бөтәһе дүрт команда - Дауахана, Мәктәп, Үҙәк, Баҙар-Йылға һәм ФЗО урамдары командалары тик еңергә, тип килгәйне.


Бер нисә көн алдан ныҡлы әҙерләнергә лә ваҡыт тапты ҡыҙҙар, беләктәре күгәрешеп йөрөгәнгә лә аптырарға түгел. Көйәрмәндәр ҙә залда байтаҡ ҡына йыйылғайны. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер барып күреүгә ни етә! Һөҙөмтәлә, беренсе урын был юлы Йылға-Баҙар урамдары командаһында булды. Икенсе - Дауахана, Мәктәп, өсөнсө - ФЗО, дүртенсе урында Үҙәк урамы волейболсылары.


Әммә бында береһе лә үҙен еңелеүсе итип тойманы, сәмле, матур ярыш булды. Ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән ихлас ҡотлау, теләктәр ишетеп, бүләктәр менән таралышты уйынсылар. Әйткәндәй, еңеүсе команда ошо арала күмәкләп Ишембайға бассейнға барасаҡ - шәп бит бүләк, ә? Онотоп торабыҙ, ошо көндәрҙә район спорт комитеты 2017 йыл һөҙөмтәләрен барланы. Ауыл советтары араһында эре биләмәр Байғужа, Һайран һәм Петровскийҙан бер мәрәйгә генә ҡалышып, Маҡар ауыл биләмәһе дүртенсе урында килә. Бөтә спорт сараларына ла спортсылар, командаларҙы сығарғанбыҙ. Спорт методистары араһында үҙебеҙҙең Илгизә Хисмәтуллина ла айырым билдәләнеп, спорт формаһы менән бүләкләнде. Артабан да шулай әүҙем булырға, Маҡар данын спорт өлкәһендә лә үҫтерергә яҙһын.


Һәр аҙнаның шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә волейбол уйнарға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы спортзалда көтәбеҙ!


Читайте нас: