Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2018, 02:00

Етәкселәр ярышты

Ошо көндәрҙә Ишембайҙың Спорт һарайында дүрт муниципаль район хакимиәте командаһы осрашты.

Яңы йыл каникулын спорт менән. Лозунг һымағыраҡ яңғыраған был саҡырыуға оҙайлы ялда байтаҡ ишембайҙар ҡушылды. Район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре башлап өлгө күрһәтеүе лә дәртләндерҙе – ошо көндәрҙә Ишембайҙың Спорт һарайында дүрт муниципаль район хакимиәте командаһы осрашты.


Миәкә, Федоровка, Стәрлебаш һәм Ишембай районы хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө бүлек белгестәре бындай “галстукһыҙ” форматта беренсегә осрашмай. Тап яңы йыл каникулында ойошторолоп килгән үҙенсәлекле спорт

ярышы хәҙер йола булып нығынды, быйыл ул унынсы тапҡыр үткәрелде.


- Был бәләкәй генә юбилей ярыш район-ара уңышлы хеҙмәттәшлек, сәләмәтлеккә ынтылыш, эштә лә, тормоштоң башҡа өлкәләрендә лә дәртле, әүҙем булыу күрһәткесе тип уйлайым.


Ошо йылдар эсендә сиратлап әле был, әле теге райондың спорт объекттарында осрашып, күпме ыңғай үҙгәрештәр булыуын, спорт һарайҙары, бассейндар төҙөлөүен күрәбеҙ. Әлбиттә, улар халыҡ сәләмәтлегенә, балалар, йәштәр тәрбиәһенә эшләргә тейеш, - тине Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы ҡунаҡ командаларҙы ихлас сәләмләп. Эйе, районыбыҙ был даирәлә ғорурлана ала. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы, “Нефтсе” стадионын капиталь ремонтлау, үҙәк ял паркында заманса спорт майҙансығы, мәктәп яндарында махсус япмалы майҙансыҡтар, төҙөкләндерелгән ихаталарҙа спорт өсөн тәғәйен урындар, ә һуң районда төрлө программаларға таянып яңыртылған спортзалдар - һанай китһәң, спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бермә-бер артты. Теләк, ынтылыш ҡына булһын. Миәкә, Стәрлебаш һәм Федоровка райондары хакимиәттәре башлыҡтары ла республикала был тәңгәлдә алып барылған эштәрҙе юғары баһалап, ошо үҙ-ара дуҫтарса ярыштың артабанғы хеҙмәт өсөн дәрт, рухи көс биреүен әйтте. Хакимиәт башлыҡтары спортсылар өсөн кәрәге тейеп торған бәләкәй генә бүләктәр менән дә алмашты.
Ярышҡандар ризалашыр – һәр хакимиәт командаһы еңеү өсөн килгәйне. Шуға күрә ярыштың һәр төрө сәмле, ҡыҙыу барҙы. Волейболда төп составта Марат Хөсәйен улы уйынды башлап ебәрһә, йәш белгестәргә лә үҙҙәрен рәсми ҡағыҙ эшенән тыш спортта күрһәтеү мөмкинлеге булды. Миәкәләр еңәм тигәндә генә икенсе партияла “беҙҙекеләр” үҙен ҡулға алды, ә һуңынан инде уйындан уйынға ҡыҙа барған команда көйәрмәндәрен шатландырып ҡына торҙо. Өҫтәл теннисы, берҙәмлеккә, етеҙлеккә һынаған эстафета, йөҙөү – аңлап тораһығыҙ, спортзалға бер бөгөн аяҡ баҫып ҡына еңеп булған ярыш төрҙәренән түгел.
- Йөҙөү менән йәштән шөғөлләндем, спорт яратыу хәрби хеҙмәттә лә, тормошта ла ныҡ ярҙам итте. Хакимиәт өсөн төрлө ярыштарҙа әле һаман сығыш яһарға тура килә, шуға күрә бассейндан өҙөлгән юҡ, - ти Граждандар оборонаһы бүлеге етәксеһе Василий Колос. Иң һуңғы һынауҙа башҡа райондар йөҙөүселәрен күпкә артта ҡалдырҙы беҙҙең хакимиәт командаһы.“Беҙҙә бындай бассейндар булһа, беҙ ҙә шәп йөҙөр инек!” - командаларҙың береһе вәкиле әйтеп ҡуйған был һүҙҙәр маһайтыбыраҡ ебәрһә лә, булғандың ҡәҙерен беләйек, спортҡа тағы ла нығыраҡ ылығайыҡ тип өҫтәге килә.
Ярыш хужаһы булғанға еңгәндәр тимәгеҙ, Ишембай районы хакимиәте командаһы былтыр Стәрлебаштан да еңеү менән ҡайтҡайны. Ә үҙебеҙҙә инде хатта стеналар ҙа ярҙам иткәндер, лайыҡлы еңделәр! Һөҙөмтәлә, 2-се урында Стәрлебаш, 3-сө һәм 4-се урындарҙы Миәкә менән Федоровка хакимиәттәре командалары бүлеште. 2019 йылдың ғинуарында иһә ярыш Миәкәлә үтәсәк.

Фото: автор.
Читайте нас: