Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2017, 02:00

Спартакиадала беренселек – Байғужаларҙа

Йыл дауамында 13 ауыл Советы спортсылары 12 спорт төрө буйынса ярышты.

Яңы йыл алдынан ауыл Советтары араһында 2017 йылдың спартакиадаһы иҫәбенә йөҙөү буйынса һуңғы ярыштар уҙҙы.
Йыл дауамында 13 ауыл Советы спортсылары 12 спорт төрө буйынса ярышты. Алдынғылыҡҡа әле бер, әле икенсе ауыл Советы командаһы сыҡты. Арҡан тартышыу, мини-футбол, йөҙөү буйынса уҙғарылған һуңғы ярыштар ғына призлы урынға дәғүә итеүселәрҙе асыҡланы. Иң күп мәрәй йыйып беренсе урынға дөйөм иҫәптә Байғужа ауыл биләмәһе спортсылары лайыҡ булды.
Байғужа ауыл хакимиәте исеменән спартакиадала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ауыл Советы биләмәһендә йәшәүсе мәктәпкәсә һәм мәктәп учреждениелары, мәҙәниәт, ауыл хужалығы тармағы һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәт итеүселәр – береһе лә спорт ярыштарына битараф ҡалманы, ауыл Советы данын лайыҡлы яҡланылар. Төрлө спорт төрҙәре буйынса чемпион һәм призер исемен яулаусыларҙы айырым билдәләп үтер инем. Улар Шәрәфетдинов Азамат, Шәрәфетдинов Салауат, Мөхәмәтйәнов Нил, Мөхәмәтйәнов Марсель, Ханнанов Нурулла, Шаһиев Илһам, Мырҙагәрәев Ишморат, Әмирханов Салауат, Мифтахов Рөстәм, Әхмәтйәнова Гүзәл, Шәмсетдинов Надир, Ғәлимов Рәмил һәм башҡалар.
Спорт инвентарҙәре, формалар алыуҙа, ярышҡа йөрөү өсөн транспорт бүлеүҙә спортсылар Байғужа ауыл Советының, мәктәптең ныҡлы ярҙамын тойҙо. Еңеү күмәк тырышлыҡ менән өлгәшелде. Етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, барыһына ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге, киләһе йылда үткәреләсәк спорт ярыштарында яңы ҡаҙаныштар теләйем.
Читайте нас: