Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Декабрь 2017, 02:00

Ғаиләләр бергәләп ярышты

Ҡаланың спорт һарайында “Әсәй, атай, мин – спорт ғаиләһе” ярышы уҙҙы.

Ҡаланың спорт һарайында “Әсәй, атай, мин – спорт ғаиләһе” ярышы уҙҙы.


Бөтә Рәсәй физкультура-спорт фестивале сиктәрендә ойошторолған был сарала ҡала һәм ауылдарҙан алты ғаилә ҡатнашты.


Ғаиләләр араһындағы ярыш ғәҙәттәгесә үтмәне. Атайҙар, әсәйҙәр, ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр кем үҙенә тәғәйен спорт ҡаршылыҡтарын уҙҙы һәм йыйылған мәрәйҙәр буйынса алдынғылар билдәләнде. Ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы сәләмәт тормош алып барыу яҡлы, күңел һалған спорт шөғөлдәре лә бар. Юлиә менән Юнир Хәйруллиндар был ярышҡа кесе улдары Искәндәр менән килгәйне. Өлкән ҡыҙҙары Каринаның, икенсе улдары Инирҙың да спортҡа битараф булмауын белдек. Улар икеһе лә ҡул көрәше менән шөғөлләнә. Ҡышын саңғыла йөрөү, йүгереү был ғаилә өсөн ят күренеш түгел. “Теләк кенә булһын, хәҙер ҡалала спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”, - ти улар. Байғужа ауылынан Рәмзиә менән Ринат Ҡудашевтар сараға улдары Салауат менән килгән. Кескәй ҡыҙҙары Розалия яҡындарының еңеп ҡайтыуын көтөп өйҙә ҡалған.


- Иптәшем спорт менән шөғөлләнә. Уға беҙ ҙә эйәрергә тырышабыҙ. Үҙемдең бер ҙә ҙур ярыштарҙа ҡатнашып ҡарағаным юҡ ине, бөгөн һынап ҡараясаҡмын. Сөнки атай-әсәйҙәре спорт менән шөғөлләнһә, балалары ла уларҙан үрнәк аласаҡ, - ти Рәмзиә.


Ә ярыштар ҡыҙа ғына барҙы. Береһе спорт ҡаршылыҡтарын үткәндә, икенсеһенең янып-көйөп тороуын күреп, ярыштың ысынлап та ғаилә ағзаларын берләштереү сараһы икәнлеген аңланыҡ.


Шулай итеп еңеүселәр дөйөм мәрәйҙәр буйынса асыҡланды. 9-10 йәшлек балалары булғандар араһында 1-се урынды Байғужанан Ҡудашевтар, 2-сене - 17-се мәктәптән Хәйруллиндар, 3-сөнө Верхотор ауыл Советынан Микрюковтар ғаиләләре яуланы. 11-12 йәшлек балалары булғандар араһында беренселек 1-се гимназиянан Синельниковтар ғаиләһендә, икенсе һәм өсөнсө урындар - Тимашевка ауыл Советынан Кононовтарҙа һәм 14-се мәктәптән Сайпировтарҙа. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.




Фотола: Ҡудашевтар ғаиләһе ярышта беренсе урын яуланы.


Фото: автор.
Читайте нас: