Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ноябрь 2017, 02:00

Йәштәр көрәште, ветерандар ярышты

Спорт саралары календарында ноябрь айы үҙенсәлекле ваҡиғалар менән башланып китте – йәштәр өсөн дә ярыштарҙың төрлөһө үтә, ветерандар, үҙҙәрен спортта танытҡан ололар ҙа әүҙем.

Спорт саралары календарында ноябрь айы үҙенсәлекле ваҡиғалар менән башланып китте – йәштәр өсөн дә ярыштарҙың төрлөһө үтә, ветерандар, үҙҙәрен спортта танытҡан ололар ҙа әүҙем.


Ошо арала ғына республика кимәлендәге ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар спорт фестиваленә, шулай уҡ ветерандар фестиваленә үтеү өсөн район күләмендәге ярыштар үтте. Унда бөтәһе 106 кеше ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Һайран ауыл биләмәһе, Ишембай нефть колледжы һәм мәғариф бүлеге йыйылма командалары иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ир-егеттәр араһында Әрмет ауылы биләмәһе, ИНК, мәғариф бүлеге командалары алдынғы булды. Ветерандар араһында Ишәй ауылы биләмәһе беренселекте алды.


Ҡалабыҙҙың Спорт һарайы грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүсе 150-гә яҡын үҫмерҙе йыйҙы. 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең асыҡ беренселегендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Наумовканан да килеүсе спортсылар булды. Ишембай көрәшселәре 5 алтын, 8 көмөш һәм 17 бронза миҙал яуланы.


ГТО нормативтарын тапшырыу муниципаль район физкультура-спорт берләшмәһе өсөн төп бурыстарҙың береһе булып тора. Ошо көндәрҙә Спорт һарайында Ишембай уҡыу йорттарынан 64 кеше төрлө дисциплиналарҙа үҙен һынап ҡарау теләген белдерҙе. Атыу, йөҙөү, һикереү, көсөңдө, сыҙамлылығыңды күрһәтергә кәрәк булған күнегеүҙәр бер тынала үтте. Ир-егеттәр араһында иң яҡшы һөҙөмтәне ӨДАТУ-ның Ишембай филиалынан Максим Федосеев, ҡыҙҙар араһында Ишембай нефть колледжынан Роза Абдулвәлиева күрһәтте.


Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йорто спорт залында район көрәшселәре майҙан тотто. Ауыл Советтары араһында Спартакиада иҫәбенә ярышта иң юғары баҫҡысҡа майҙан хужалары күтәрелде, Маҡар биләмәһе командаһы – 2-се, Байғужа көрәшселәре – 3-сө булды.



Фото: автор.
Читайте нас: