Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Октябрь 2017, 02:00

Донъя спортында үҙебеҙҙең Гөлназ

Яҡташыбыҙ быйыл август аҙағында Каирҙа үткән Донъя чемпионатында Рәсәй биш төр ярышында һуңғы егерме йылда булмаған уңышҡа иреште - шәхси беренселектә Донъя чемпионы булды.

“...Рәмзилә менән Радиктың ҡыҙы Донъя чемпионы булған, Путин ҡотлаған!” Кинйәкәйҙәр бындай хәбәрҙе ишетеп, ауылдаштары Ғөбәйҙуллиндар өсөн бер ғорурланһа, беҙ иһә спортта ҙур уңыштар яулаған Башҡортостан биш төр ярыш тәрбиәләнеүсеһе, әлеге көндә биш төр ярыш буйынса (пятиборье) Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған, Мәскәү өлкәһе һәм Ямал-Ненец автономиялы округы данын яҡлаусы Гөлназ Ғөбәйҙуллинаны

яҡташтарға яҡыныраҡ танытыу маҡсатын ҡуйҙыҡ.


Әлбиттә, спортсыларыбыҙ уңышын күҙәтеп барғандар өсөн был исем яңылыҡ түгел. Әммә Яңы Уренгойҙа тыуып үҫкән ҡыҙҙың беҙҙең район менән нимә бәйләүен аңлау күңелдәрҙә ҙур ғорурлыҡ уята. Үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан спорт йондоҙо ул! Интернет селтәрендә Гөлназ Ғөбәйҙуллина исемен йыйыу менән күп һанлы спорт яңылыҡтары асыла. ...16 октябрҙә заманса биш төр ярыш буйынса Донъя чемпионы Гөлназ Ғөбәйҙуллина Мәскәүҙә ЦСКА-ның Спорт даны музейында ант бирҙе. Спортсы Армия клубы сафында РФ Ҡораллы Көстәре прапорщигы дәрәжәһендә хеҙмәт итәсәк – был һуңғы яңылыҡтарҙың береһе. Әйткәндәй, спорт баҫмаларының береһендә Гөлназ үҙен универсал һалдат тип атай. Биш төр ярышта иң юғары наградалар яулаған ҡыҙ хаҡлы – берҙәй яҡшы йүгер, ат, йөҙ, атта йөрө, фехтованиела алдынғылыҡты бирмә әле!
Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы һәм Радик Ғиниәт улы Ғөбәйҙуллиндар менән Кинйәкәйҙә күрешеп һөйләштек. Рәсәй йыйылма командаһының күҙ яуын алып торған спорт костюмында ине улар, хаҡлы ял йәшенә етеп барһалар ҙа, спортсыларҙан һис тә кәм түгел үҙҙәре! Был Гөлназдың бүләге булып сыҡты. Йорт түрендә ғаилә фотолары, төрлө кимәлдәге рәхмәт хаттары - Донъя чемпионын үҫтер әле! Тыуып-үҫкән ер һәммәбеҙҙе тартып торған кеүек, йәштән ауылдан сығып киткән Радик ағай менән Рәмзилә апай ҙа тыуған ауыл менән бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәй. Икеһе лә ишле ғаиләнән, бер туғандары ошонда төпләнгән. Бынан бер нисә йыл элек Ғөбәйҙуллиндар үҙҙәре үҫмер саҡтан колхоз идаралығы булып хеҙмәт иткән бинаны һатып алып, байтаҡ ремонт эштәрен йырып сығып, бынамын тигән йорт иткән. Хәҙер Өфө менән Кинйәкәй араһы улар өсөн бер ни тормай.
Шулай итеп, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, өс балаһын да спортсы итеп үҫтергән Ғөбәйҙуллиндар менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Ә Гөлназ менән “Бәйләнештә” социаль селтәре аша яҙыштыҡ.
- Радик ағай, Рәмзилә апай, улдарығыҙ Дамир менән Илнурҙа, ҡыҙығыҙ Гөлназда спортҡа һәләт ҡайҙан килгән икән? Әллә бында һәләттән бигерәк тырышлыҡмы?
Радик Ғиниәт улы:
- Икеһе лә барҙыр. Үҙем бәләкәйҙән саңғы, футбол яраттым. Салауатта училищела уҡығанда самбо менән шөғөлләндем. Училищеға уҡырға кергәс, бер хәл эй сәмемә тейгәйне – минең йәштәгеләр, хатта кесерәктәр күптән спорт мастерлығына кандидат, ә беҙгә, спорт залы, ярыштар күрмәгән ауыл балаһына, был яҙманы. Күптәрҙән сосораҡ, етеҙерәк булһаҡ та. Шул саҡта үҙемә әйтеп ҡуйғайным – миңә тура килмәне, балаларымдың мөмкинлеге булһын өсөн тырышасаҡмын.
Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы:
- Мин һөнәрем буйынса бәйләүсе, Радик – төҙөүсе, үҙебеҙ күрмәгәнде, татымағанды балаларға биреп еткерге килгән, күрәһең. Тәүҙә Салауатта йәшәнек, Уренгойға күсенгәндә Дамир улыбыҙға 6 йәш ине, шунан йәш ярым айырма менән генә Илнур, Гөлназ тыуҙы. Радиктың теләге ҡабул булғандырмы, йортобоҙға бассейн терәлеп кенә тора ине. Тәүҙә йөҙөүгә Дамирҙы башлап йөрөттөк, аҙаҡ ҡустыһы, һеңлеһе унан ҡалманы. Радик уларҙы гел генә саңғыға алып сығыр ине, балалар тигәндә ваҡыт менән иҫәпләшмәнек. Уларҙың шөғөлө, ҡыҙыҡһыныуҙары нисектер төп урынға ҡуйылды. Ғорурланып әйтәм: ошо бассейн урынлашҡан спорт мәктәбенең почет таҡтаһында иң юғары ҡаҙаныштар теркәлгән, унда балаларыбыҙҙың өсөһөнөң дә исеме тора һәм әлегә рекордтарын уҙыусы юҡ. Әлбиттә, иң тәүҙә баланың сәләмәтлеге хаҡында уйлап спорт секцияһына бирәһең. Үҙенең күңеле ятҡанын, уңыштарын күреп, һөйөнәһең, ә уңыштары ҙурыраҡ булған һайын ата-әсәнән дә тырышлыҡ, көс күберәк талап ителә.
- Билдәле спортсылар миҫалын килтереп тә әйтә алабыҙ, ата-әсә үҙен балаға арнамай тороп, спортҡа һәләт бик һирәк осраҡта ғына артабан үҫтерелә.

(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 86-сы һанында (27.10.2017) уҡығыҙ)
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: