Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Октябрь 2017, 02:00

Республика данын яҡлаясаҡтар

Ошо көндәрҙә Бүздәктә үткән милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында ишембайҙар лайыҡлы сығыш яһаны.

Муниципаль районда милли спорт төрҙәренә ҙур иғтибар бирелә. Көрәш буйынса яҡташтарыбыҙ әленән-әле призлы урындар яулап тора.


Ошо көндәрҙә Бүздәктә үткән милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында ишембайҙар лайыҡлы сығыш яһаны. 70 килограмға тиклем ауырлыҡта Айнур Кинйәбаев 1-се урын алды. Ул Пермь ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында республикабыҙ данын яҡлаясаҡ. Ә 80 килограмға тиклемге ауырлыҡта ҡатнашып 3-сө урын алған Азамат Собханғолов Көнгөр ҡалаһында үтәсәк Урал кубогына барасаҡ.
Читайте нас: