Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Октябрь 2017, 10:44

Сабыйҙар ҙа спорт ярата

Муниципаль районда иң бәләкәс ишембайҙар өсөн “Карапуздар, стартҡа!” тип исемләнгән ярыш уҙғарылды.

Муниципаль районда иң бәләкәс ишембайҙар өсөн “Карапуздар, стартҡа!” тип исемләнгән ярыш уҙғарылды.


“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған сараның тәүге минуттарында уҡ барлыҡ проблемалар онотолдо, сабыйҙарға ҡарап үҙенән-үҙе йылмайғы килде. Был ярышта төрлө костюмдарҙағы 47 бала ҡатнашты. Быйыл спортсылар өс йәш төркөмөнә бүленде. Иң бәләкәстәр - алты айҙан бер йәшкә тиклемгеләр араны үрмәкләп “дүрт аяҡлап” үтте. Ә бына бер йәштән алып йәш ярымға тиклемгеләр һәм бер йәш ярымдан ике йәшкә саҡлылар ысын еңел атлеттар кеүек йүгерҙе. Быны ҡарап тороу шул тиклем күңелле булды! Сабыйҙары финишҡа тиклем килеп етһен өсөн ата-әсәләре уларҙы нимә менән генә алдаштырманы. Уйынсыҡтар, асҡыс бәйләмдәре лә ярҙамға килде. Шулай ҙа балаларҙы бигерәк тә мобиль телефондар ҡыҙыҡһындырҙы.


Ярышта ҡыҙыҡлы мәлдәр күп булды. Бер сабый старттан шәп итеп ҡуҙғалып дистанция уртаһында туҡталып ҡалды һәм тамашасыларға йылмайып ҡарап торғандан һуң кире яҡҡа йүгерҙе. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар ярыш һөҙөмтәләрен дә көтөп тормай, арып ата- әсәләренең иңдәрендә йоҡлап китте.


Һөҙөмтәлә иң бәләкәстәр араһында Демид Юлдашбаев, урта төркөмдә Родион Чернов, өлкәндәр төркөмөндә Вячеслав Лыгин еңеүсе булды.
Фото: автор.
Читайте нас: