1 октябрҙә Өфөлә Олимпиада уйындарына ингән Каратэ WKF буйынса Асыҡ республика беренселеге үтте.
Тренер Марат Әйүпов етәкләгән Ишембай каратэктары был ҙур ярыштарҙа ла үҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды. Дмитрий
Мешакин 14-15 йәшлек тиҫтерҙәре араһында ката бүлегендә 2-се урынға сыҡһа, Алексей Стручалин бер баҫҡысҡа
өлкәнерәктәр араһында 1-се урын яуланы. Егеттәр икеһе лә ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында уҡый, был спорт төрө менән башланғыс кластарҙан ныҡлы шөғөлләнеп киләләр.