Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2017, 02:00

Ауылдарҙа заманса спорт залдары асылды

Реаль эштәр, Урындағы башланғыстарға ярҙам программалары үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Уның сиктәрендә ауылдарҙа объекттар төҙөкләндерелә, майҙансыҡтар ҡорола.

Реаль эштәр, Урындағы башланғыстарға ярҙам программалары үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Уның сиктәрендә ауылдарҙа объекттар төҙөкләндерелә, майҙансыҡтар ҡорола.


30 йылға яҡын бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән спорт залдарын төҙөкләндереү буйынса районда ҙур эштәр башҡарыла. Ауылдарҙа 21 спорт залдары булһа, былтыр Көҙән, Петровск, Йәнырыҫ, Урман-Бишҡаҙаҡта капиталь ремонт эшләнде, быйыл уларҙың рәтен тағы ла дүрт спорт залы тулыландырҙы. Эш бының менән генә туҡталмаясаҡ, уны артабан да дауам итеү ниәтләнә.


Түбәнге Әрмет мәктәбенең спорт залы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса өр-яңы төҫ алды. Мәктәп төҙөлгәндән бирле ремонтланмаған бинаның быйыл тәүҙә ҡыйығы алмаштырылды, аҙаҡ инде спорт залы төҙөкләндерелде. Халыҡ, бағыусылар тырышлығы, республика һәм район бюджетынан бүленгән аҡса ошо эште башҡарып сығарыуға булышлыҡ итте.


- Спорт залының матур буласағы алдан уҡ күренде. Балалар ғына түгел, бында ауыл йәштәре лә теләп йөрөй. Хатта ситтә эшләгәндәр ҙә, ҡайтҡан арала һағынып спорт залына килә. Киске һигеҙгә тиклем балалар, һигеҙҙән һуң өлкәндәр өсөн уның ишектәре асыҡ. Мәктәптә бөтәһе 103 бала уҡый, уларҙың 70 процент тирәһе әүҙем спорт менән шөғөлләнә. Йүгереүгә, саңғыла уҙышыуға ҙур иғтибар бирелә. Футбол, волейбол, баскетбол да уйнарға яраталар, - тип һөйләне 24 йыл ошо мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Әнүр Кәримов.


Спортҡа һөйөү төрлө ярыштарҙың һөҙөмтәләрендә лә күренә. Мәҫәлән, 2016 йылда ауыл йәштәре волейбол буйынса районда еңеү яулай. Унан алдағы йылда мәктәп уҡыусылары шулай уҡ волейбол буйынса 1-се урынға өлгәшә. Еңел атлетикала ла балалар һуңғы йылдарҙа призлы урындар ала. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙы яҡшыртыу күрһәткестәрҙе лә бермә -бер күтәрер әле.


10-сы класс уҡыусыһы Илзирә Гилдина ла ошондай матур спорт залын күптән көтөүҙәрен белдерҙе:


- Ремонтланған спорт залында дәрестәр ҙә күңеллерәк үтә, - тип һөйләне ул.


Әйткәндәй, Илзирә йүгереүҙә, саңғыла уҙышыуҙа алдынғы. Ҡала-район кимәлендәге ярыштарҙа ла матур һөҙөмтәләр яулай. Мәҫәлән, быйыл йәй йүгереү буйынса районда икенсе урын алған.


Был ауылда былтыр ҙа ошо уҡ программа буйынса спорт үҫеше өсөн ярайһы уҡ ҙур саралар күрелгән. Түбәнге Әрмет мәктәбе эргәһендә спорт комплексы булдырылған, балалар баҡсаһы эсенә ике уйын комплексы ҡоролған, шулай уҡ Үрге Әрмет мәктәбе эргәһенә лә спорт майҙансығы йыһазландырылған.


Түбәнге Әрметтә спорт залын асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин да ҡатнашты. Ул ошо матур ваҡиға менән тәбрикләп, районда был йәһәттән башҡарылған эштәрҙе билдәләне. Һуңғы ике йылда һигеҙ спорт залына капиталь ремонт эшләнеүе хаҡында әйтте. Әрметтәргә яңы спорт ҡаҙаныштары теләп, футбол туптары бүләк итте.


Артабан сараны мәктәптең бишенсе һәм алтынсы кластары араһында ойошторолған “Күңелле старт”тар дауам итте.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 80-се һанында (06.10.2017) уҡығыҙ.
Читайте нас: