Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2017, 00:05

Алтын көҙҙө ҡаршылап

Бөтә Рәсәй буйынса уҙғарылған “Милләттәр кросы” йылдан-йыл әһәмиәтлерәк була бара. Быйыл да был сараға илебеҙҙең 85 төбәге дәррәү ҡушылды. Уҙған шәмбе ҡаланың саңғы базаһында ошо сара сиктәрендә уҙғарылған “Алтын көҙ” еңел атлетика кросы бөтәһе 410-ға яҡын кешене йыйҙы.

Бөтә Рәсәй буйынса уҙғарылған “Милләттәр кросы” йылдан-йыл әһәмиәтлерәк була бара. Быйыл да был сараға илебеҙҙең 85 төбәге дәррәү ҡушылды. Уҙған шәмбе ҡаланың саңғы базаһында ошо сара сиктәрендә уҙғарылған “Алтын көҙ” еңел атлетика кросы бөтәһе 410-ға яҡын кешене йыйҙы.


Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараның төп маҡсаты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты, үҫеп килеүсе быуынды спортҡа ылыҡтырыу икәнлеген, муниципаль районыбыҙҙа бөгөн спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар һәм мөмкинлектәр булдырылыуын, спорт мәктәптәренең әүҙем эшләүен билдәләп үтте.


Ауыл Советтары, муниципаль район хакимиәте, учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары командалары был юлы ла ныҡлы әҙерлек күрһәтте. Әммә ярыш булғас еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә була. Ауыл Советтары араһында беренселекте – Йәнырыҫ ауыл Советы, уҡыу йорттарынан – Ишембай нефть колледжы, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар араһында психоневрология интернаты командалары алды. Шәхси иҫәптә етәкселәр һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында Руслан Уразов, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гүзәл Теплова беренселәрҙән килде. Ә инде 600 метрға йүгереүҙә Татьяна Пузикова, 1000 метрға Фәнүз Ҡадиров менән Роза Абдулвәлиева, 3000 метр алыҫлыҡҡа Фидан Хөснихужин бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Мәктәптәр араһында ҡаланың 2-се мәктәбенән Валерия Акаемова менән 2-се Башҡорт гимназия-интернатынан Ильяс Исхаҡовты уҙыусылар булманы. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, командаларға кубоктар тапшырылды.


Был көндө саңғы базаһы ярышыусыларҙың күңелле, бер-береһен дәртләндергән сәмле тауыштарынан яңғырап торҙо. Көҙгө матур сыуаҡ көн дә күңел күтәренкелегенә булышлыҡ итте. һәр кем саранан яҡшы тәьҫораттар алып таралышты.
Читайте нас: