Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2017, 01:57

Һикерҙеләр, йүгерҙеләр, ГТО тапшырҙылар

Уҙған шәмбе районыбыҙҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре, рәсмилекте ситкәрәк ҡуйып тороп, спорт формаһы кейҙе. “Нефтсе” стадионы һәм Спорт һарайы был көн йөҙгә яҡын кеше өсөн ГТО нормаларын тапшырыу урынына әүрелде.

Уҙған шәмбе районыбыҙҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре, рәсмилекте ситкәрәк ҡуйып тороп, спорт формаһы кейҙе. “Нефтсе” стадионы һәм Спорт һарайы был көн йөҙгә яҡын кеше өсөн ГТО нормаларын тапшырыу урынына әүрелде.
- Мәктәптә физкультура дәрестәрен ярата инем, әммә йүгереү минең спорт төрө түгел. Үҙеңде күп төрлө нормативтар аша шулай баһалап тороу кәрәк, әлбиттә. Сәмләндерә, физик формаң, һаулығың тураһында уйландыра был сара, - тип уртаҡлашты район хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Руслан Кәримов.
Был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй, Ишембайҙың данлы спортсыһы Рауил ағай Миһранов эргәнән йүгереп үтте. Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙасаҡ ярыштарҙа быйыл да 42 километрлыҡ марафонды үтергә йыйына һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған яҡташыбыҙ. Үҙенән ике-өс тапҡырға йәшерәктәрҙең ҡыйынлыҡ менән ике километрҙы йүгереп үтеүен күҙәтеп, ГТО асылын аңлатып биргән аҡыллы ғына һүҙен дә әйтте – спорт менән дуҫлыҡты бер ҡасан да өҙөргә ярамай!
2014 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән төрлө йәштәгеләрҙең физик ныҡлығын баһалаусы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” системаһын ҡайтарыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен күрәбеҙ тиергә була. Эйе, күптәребеҙҙең спорт менән бәйләнеше мәктәп, уҡыу йорттарын тамамлау менән туҡтап ҡала. Ә Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу аша 6 йәштән 70 йәшкәсә һәм унан да өлкәндәр бөгөнгө физик хәлен баһалап, һығымтаһын үҙе яһай ала. Юғары уҡыу йортона ингәндә ГТО һөҙөмтәләренә ярашлы балл өҫтәлеүе лә йәштәрҙә физик әҙерлеккә етдиерәк ҡараш уятты.
Стадионда һәр кем үҙ йәшенә тәғәйен дистанцияны йүгереп үтте. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре араһында тик алтын билдәгә дәғүә итеүҙәрен белдереп, йүгерер алдынан әүҙем күнекмәләр эшләргә тотоноусылар ҙа бар ине.
- Мин кис һайын йүгерәм, кәүҙә ауырлығын бер кимәлдә тоторға тырышам, - ти Ишембай консультация үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Регина Әсәҙуллина. - Минең кеүек етенсе баҫҡысҡа ҡараусылар – 35-39 йәшлектәр ике километр араны “алтын”ға 12 минут 30 секунд эсендә йүгереп үтергә тейеш. Тырышасаҡмын, әлбиттә!
Аҙаҡ белеүемсә, әңгәмәсем был ваҡытты хатта уҙҙырып ебәргән – ике километрҙы 10 минут та 33 секундта үткән.
Ҡала биләмәһе хакимиәтендә тырышыусы ҡыҙҙар ҙа яҡшы күрһәткестәр менән шатландырҙы. Ир-егеттәр араһында мәғариф бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин, Маҡар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов, район хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Руслан Кәримов еңел атлетика буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Оҙонлоҡҡа һикереү, турникта тартылыу, пневматик мылтыҡтан атыу, йөҙөү кеүек һынауҙарҙы үтер өсөн Спорт һарайына йүнәлгәндәр араһында инде ГТО билдәләренә дәғүә итеүселәр асыҡ күренде. Ә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр муниципаль райондың йыйылма командаһы составында республика кимәлендә ГТО комплексын

тапшырасаҡ.
Читайте нас: