Ул “Милләттәр кросы” Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә ойошторола. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, эшсе һәм уҡыусы йәштәрҙе әүҙем физик культура менән шөғөлләнеүгә әйҙәү маҡсатында “Алтын көҙ” кросы йыл һайын йөҙәрләгән кешене стартҡа йыя. Ярыштарҙа ауыл биләмәләре, муниципаль район хакимиәте, учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары йыйылма командалары ҡатнаша ала. Сара 11.00 сәғәттә башлана.