Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
70 йәш - ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Гөрләтеп яҡты тормошта,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын,әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зилә һәм балаларының.