Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Сентябрь , 10:00

Ҡышҡылыҡҡа РАССОЛЬНИК эшләп ҡуйығыҙ!

Үҙең эшләгәнгә ни етә: тәмле лә, туҡлыҡлы ла.

Кәрәк була:

3 кг ҡыяр,
1 кг һуған,
1 кг кишер,
1 кг помидор йәки 600 мл томат пастаһы (помидорҙарығыҙ булмаһа),
4 аш ҡалағы тоҙ,
100 мл 9% аш һеркәһе,
500 г перловка (дөгө һалырға ла була),
200 мл шыйыҡ май.

Ярманы алдан яртылаш бешереп ҡуябыҙ. Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турайбыҙ йәки эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Иң башта шыйыҡ майҙа кишер менән һуғанды 5 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ, артабан ҡалған йәшелсәләрҙе ҡушабыҙ. Барыһын бергә 30 минут тирәһе уртаса утта бешерәбеҙ ҙә ярманы өҫтәп тағы ла 10 минут ҡайнатабыҙ. Артабан аш һеркәһе өҫтәп яҡшылап болғатҡас ,стерилләштерелгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән нығытып ҡуйырға ғына ҡала.
Яҡынса 0,7 литрлы 9-10 банка сыға.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: