Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Сентябрь , 11:00

Маринадланған болгар боросо

Кәрәк: 2 кг борос, 1 литр һыу, 1,5 стакан шәкәр ҡомо, 1,5 аша ҡалағы аш һеркәһе, 1 стакан үҫемлек майы, 5-6 тэш һарымһаҡ, 2 аш ҡалағы тоҙ, бөртөклө ҡара борос.

Маринадланған болгар боросо
Маринадланған болгар боросо

Консервалау өсөн өлгөргән һәм зарарланмаған боростар ғына алына. Уларҙы йыуып, орлоҡтарынан таҙартып, 4-6 киҫәккә бүләбеҙ.

Һыу, шәкәр ҡомо, тоҙ менән маринад әҙерләйбеҙ. Боросто, һарымһаҡ телемдәрен ҡайнар маринадҡа һалып, уртаса 5 минут самаһы ҡайнатабыҙ һәм стерилләнгән банкаларға тултырып ҡуябыҙ. Әҙер маринадты ҡабаттан утта ҡайнатып алғас, банкаларға ҡойоп сығабыҙ. Эҫе көйөнсә тимер ҡапҡастар ябып, түңкәреп, тулыһынса һыуынғансы тотабыҙ.

 

Автор фотолары

Маринадланған болгар боросо
Маринадланған болгар боросо
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: