Аш-һыу
6 Август 2024, 04:00

Ҡыярҙар бар саҡта ҡышҡылыҡҡа мотлаҡ ошо салатты ла эшләй һалығыҙ

3 кг ҡыярға, 1 кг башлы һуған, 0,5 стакан уксус, 0,5 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 6 ҡырҡым һарымһаҡ алабыҙ. Барыһын турап, әҙерләп, ҙур һауытҡа һалып, укроп өҫтәп болғатабыҙ һәм 4-5 сәғәткә өҫтөн ҡаплап ҡуйып торабыҙ. Артабан 20 минут ҡайнатабыҙ һәм стерилләнгән бәләкәй (0,5) банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡыш, пицца бешергәндә өҫтөнә һалып ебәрһәгеҙ, бигерәк шәп. Былай ашауға ла шәп китә) Аштарыбыҙ тәмле, йорттарыбыҙ ҡотло булһын!

Автор:
Читайте нас