Ҙур кәстрүлгә май ҡойорға һәм туралған йәшелсәләрҙе һалырға. Кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, һуғанды түңәрәкләп, боросто оҙонсалап турарға. Уларҙы 20-25 минут тирәһе майҙа бешереп алырға. Бутап торорға онотмағыҙ. Артабан йыуылған дөгөнө ҡушабыҙ, унан һуң ваҡ итеп туралған помидорҙы, тоҙ һәм шәкәрҙе һалырға. 20 минут быҡтырып бешерергә. Эҫеләй көйө генә стиреллләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып, һыуынғансы төрөп ултыртып ҡуйырға.