Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Июнь , 10:00

АУЫЛСА СЫР

Һеҙгә тәмле лә, файҙалы ла ауылса өй сырының рецебы тәҡдим итәбеҙ.

2 кг творог
0,5 л һөт
3 йомортҡа
1 балғалаҡ (тултырмайса) сода
1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ
3 ҡалаҡ һары май

Кастрюлгә 2 кг творог һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, творготы суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрюлдә һыу ҡайнатып, суйын кастрюлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кастрюлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын. Иҫән-һау эшләп ашағыҙ!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam?w=wall-254895_22433

Автор:
Читайте нас: