Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Май , 11:00

Ҡыҫтыбый өсөн шәп кенә ҡамыр рецебы таптым

Был ҡамыр бөкләгәндә бөтөнләй һынмай, тиҙ ҡатып бармай, йәғни йомшаҡ ҡына килеп сыға. 

Ҡыҫтыбый өсөн шәп кенә ҡамыр рецебы таптым
Ҡыҫтыбый өсөн шәп кенә ҡамыр рецебы таптым

Ҡыҫтыбый өсөн шәп кенә ҡамыр рецебы таптым әле. Оҙайлы ялдарҙа бешереп, һынап та ҡараным. Ысынлап та, бөкләгәндә һынмай, тиҙ генә ҡатып бармай, йәғни йомшаҡ ҡына килеп сыға.

Ярты стакан ҡайнар (эҫе) һыуға самалап тоҙ һәм он өҫтәп болғап, ҡуйы масса эшләйбеҙ. Шуға ярты стакан бүлмә температураһындағы һөт, 3-4 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушабыҙ һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Әгәр күмәк кешегә бешерһәгеҙ, ике тапҡыр күберәк алырға кәрәк, йәғни 1 стакан ҡайнар һыу, 1 стакан һөт һ.б. 

Мин ҡыҫтыбыйға йәймәне билмән ҡамырынан саҡ ҡына ҡалыныраҡ итеп йәйеп бешерәм. Ошо рецепт буйынса эшләһәң, нәҙек булһа ла, һис тә һынмай, тиҙ ҡатып бармай. 

Артабан инде үҙегеҙгә оҡшаған эслек әҙерләйһегеҙ ҙә йәймәләргә һалып бөкләйһегеҙ. Әгәр өлгөрмәй китһәгеҙ, бешкән йәймәләрҙе эҫе килеш ҡалын таҫтамал менән ҡаплай барығыҙ. Был осраҡта эслеген һуңғараҡ һалырға ла мөмкин. 

 

Гөлдәр Яҡшығолова

Автор фотоһы. 

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: