Ҡамыр өсөн: аҡ май - 200 грамм, шәкәр - 1 стакан, йомортҡа - 2 дана, он - 3 стакан, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель).
Эслек өсөн: емеш-еләк (туңдырылғаны ла бара), ҡуйы ҡайнатма, джем ҡулланырға ла мөмкин, ҡуйы ҡаймаҡ - 250 грамм, шәкәр - 2-3 аш ҡалағы.
Эш барышы: май, шәкәр ҡомо, йомортҡаны ҡамыр ҡабартҡыс ҡушылған он менән бутап, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Уны табаға йәйеп, өҫтөнә емеш теҙеп сығабыҙ. 180 градусҡаса эҫегән духовкала 30-35 минут бешерәбеҙ. Мейестән алыу менән өҫтөнә шәкәр ҡомо ҡушып болғатылған ҡаймаҡты һалабыҙ, өҫтөн биҙәү өсөн ҡайнатма ҡулланырға була.
Эҫе килеш тә, һыуынғас та бик тәмле!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина