Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
4 Ғинуар , 11:00

Тел йоторлоҡ салат!

Был салаттың тәмлелеге! Ммм... Оливьең ары торһон! Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк эшләп ҡарайыҡ!

Кәрәк була:
 
* тауыҡтың түш ите (2 шт)

* 3 маринадланған ҡыяр

* 200 гр корейса кишер

* 200 гр сыр

* 2 теш һарымһаҡ

* майонез

* йәшелсә.
 
Әҙерләү:
 
Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, һалмалап турайбыҙ йә ҡул менән һүтәбеҙ. Ҡыяр менән кишерҙе лә шулай уҡ һалмалап турайбыҙ. Сырҙы эре ҡырғыстан, һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Хәҙер инде булған ингридиенттарҙы бергә һалып болғатабыҙ ҙа майонез ҡушабыҙ.
 
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Автор:
Читайте нас: